Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 17:22

Башҡортостанда йәшәү минимумының уртаса дәүмәле 9 908 һум кимәлендә раҫланды

Башҡортостанда 2020 йылдың өсөнсө кварталы өсөн йәшәү минимумының уртаса дәүмәле раҫланды. Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йәшәү минимумының уртаса айлыҡ дәүмәле йән башына

9 908 һум тәшкил итте.
Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәгесә билдәләнде:
— эшкә һәләтле халыҡҡа — 10 544 һум,
— пенсионерҙарға — 8 059 һум,
— балаларға — 9 925 һум.
2020 йылдың икенсе кварталы менән сағыштырғанда республикала йәшәү минимумы күләме 107 һумға кәмене.
«Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын республикала ҡулланыу кәрзине нигеҙендә билдәләнә. Ул социаль программаларҙы әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ төбәк бюджетын формалаштырғанда әһәмиәткә эйә. Ошо күрһәткестән сығып аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләп сығарыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
https://www.bashinform.ru/bash/1528978/
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: