Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 13:02

Балалар хаҡына

Төпсөк ҡыҙҙарын Өфөнөң авиация институтының ятағында ҡалдырып ҡайтышлай, Гөлнәфис ире менән юл буйында туҡтаны. Ире ошо юлдан уҙғанда гел туҡтап китергә тырыша. Улар яһалма сәскәләр һалынған таш янына килеп баҫты ла һәр береһе үҙ уйына сумды.

– Апай, йәнең бер үк тыныс булһын инде. Бына еҙнәм менән бәлә­кә­себеҙҙе лә оянан осороп, оло юлға сығарҙыҡ... Мин ҡыҙҙарыңа яҡшы әсәй булырға тырыштым, ә еҙнәм бөтәһенә лә итәғәтле, изгелекле атай булды, – тип эстән генә апаһынан ғәфү үтенде. Ире таш өҫтөнә тере сәскәләр гөлләмәһе һалды ла ирекһеҙҙән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырып төшөрҙө. Шунан ҡатынын иңенән ҡосаҡлап алып машинаға ултыртты ла һаҡ ҡына ары ҡуҙғалды. Эйе, уның әлеге ире ҡасандыр апаһының ире, уның еҙнәһе ине...
– Эй, был тормош юлдары бик ҡатмарлы шул: минең менән улай булмаҫ, тип әйтеп ҡара. Хәҙер үк яҙмышыңа төрлө төҙәтмә индерә һала ла икенсе юҫыҡҡа төшөп китә.
Был ауылға иң беренсе булып Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған йәш белгестәр – апаһы менән буласаҡ еҙнәһе йүнәлтмә буйынса эшкә килгәйне. Бер йылдан һуң шул уҡ институтты тамамлаған Гөлнәфисте лә эргәләренә эшкә саҡырып алдылар.
– Балдыҙҙы бер ҡайҙа ла ебәреү юҡ, әтеү буласаҡ бажа мине ғүмерлек дошманы күрер, – тип көлдө еҙнәһе. Бәхетле улар: апаһы менән бер ауылда, бер мәктәптә эшләйәсәктәр. Гөлнәфис тәҡдимгә шатланып риза булды. Былай ҙа йәрәшкән егете Вәрис:
– Уҡып бөткәс тә, өйләнешәбеҙ, – тип түҙемһеҙләнеп көтөп, ҡолаҡ итен ашап бөттө инде.
Вәрис менән ҡыҙыҡ ҡына таныш­ҡайны. Ҡунаҡҡа килгән Гөлнәфис апаһы менән клубҡа сыҡҡайны, эсе тулы йәштәр бейемәй, күңелһеҙләнеп ултыра.
– Вәрис ҡулын ауырттырған, сыҡмаҫ инде, килһә лә, гармунда уйнай алмаҫ, – тип быш-быш һөйләшеп, ҡайғырыштылар. Шунда Гөлнәфис ҡапыл:
– Баянығыҙ булһа, хәҙер үҙем уйнайым, – тип әйтеп һалмаһынмы. Шуны ғына көткәндәй, клуб мөдире ҡыҙға йүгертеп килтереп тоттора һалды. Гөлнәфис инәлтеп торманы, өҙҙөрөп бейеү көйөн уйнай башланы. Йәштәр бер аҙ албырғап торҙо, шунан үәт, булдырҙың, тип телдәрен шартлатып, күмәкләп бейергә төшөп тә киттеләр. Шул ваҡыт һул ҡулын ап-аҡ бинт менән аҫҡан Вәрис, гармунын ҡыҫтырып, клубҡа килеп инде. Егеттең абруйы ҙур. Йәштәр ҡапыл бейеүҙән туҡтап, бер ҡыҙға, бер егеткә төбәлде. Ә Гөлнәфис күҙҙәрен йомоп алған да, ҡысытҡан бармаҡтарын ҡандырырға теләп, бер кемгә лә иғтибар итмәй, ихласлап уйнай ғына. Егет мөкиббән китеп моңланған ҡыҙ янына барып ултырҙы ла, уң ҡулы менән генә уйнап, ҡыҙға ҡушылды. Гөлнәфис, гармун моңон ишетеп, күҙҙәрен асты ла егеткә һораулы ҡарашын ташланы, Вәрис йылмайып, бергәләшеп уй­найыҡ, тип ымлап ҡына аңлатты. Улар шулай итеп икәүләшеп кис буйы ярышып уйнаны ла уйнаны...
Йәш белгестәргә ярҙам итеү – беҙҙең бурыс, тине колхоз рәйесе. Йәмле йәйҙең бер көнөндә апалы-һеңлеле йәштәрҙең ике туйын бергә гөрләтеп колхоз ашханаһында үт­кәреп, бик бәхетле йәшәп алып китте улар. Һәр ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып икешәр бала тыуып, үҙ-ара ҡатышып, бик татыу ғүмер итәләр ине... Әллә күҙ тейҙе, әллә тәҡ­дирҙәре шулай инеме, көтмәгәндә юл фажиғәһе бөтәһен дә аҫтын өҫкә килтерҙе.
Ул көндө апаһы менән еҙнәһе, уҡыу йылы башланыр алдынан матур ке­йем-һалым, балаларға ла ваҡ-төйәк алып ҡайтайыҡ әле, тип Стәрлетамаҡ баҙарына барып килергә булды. Гөл­нәфис, балаларҙы үҙем ҡарап торам, тип Вәрисен дә көсләп тигәндәй йомошлап ебәргәйне.
– Кәләш, бер ҙә аяғым тартмай бит әле, – тигән иренә,
– Кит, комсомол башың менән оят түгелме? Мин теләһә ниндәй хөрә­фәткә ышанмайым, – тип көлөп ҡал­ғайны. Нишләптер күңеле бер ҙә һиҙмәгән шул: белгән булһа, аяҡ­тарына йылан һымаҡ уралып ятып, бер аҙым да атлатмаҫ ине һөйгәнен.
Апайҙары энәнән-ептән кейенеп, күңелле генә ҡайтырға сығып, ошо тау битләүенән төшөп килгәндә, ҡапыл ҡаршыларына йөк машинаһы артынан ҙур тиҙлектә бәләкәй машина килеп сыға. Еҙнәһе бәрелешмәҫкә тырышып, рулен ҡырҡа ситкә борғанын ғына хәтерләй... Улар юлдан осоп сығып, әллә нисә тапҡыр әйләнеп, туңкәрелеп барып төшә. Йәнселгән, ҡоймаҡ һымаҡ йәмшәйеп иҙелгән машинанан кешеләрен тартып сыға­рырлыҡ булмай. «Тиҙ ярҙам» маши­наһы килгәнсе, машинаны киҫтереп ярҙам күрһәткәнсе, хәтһеҙ ваҡыт уҙа. Ире менән апаһы шунда уҡ йән биргән булып сыҡты, ә еҙнәһенә әллә нисә тапҡыр операция үткәреп, бик оҙаҡ дауаханала ятырға тура килде.
Бер юлы ике ҡайғыны күтәрергә Гөлнәфистең йөрәге нисек сыҙа­ғандыр, бер Хоҙай белә.
– Әлдә Вәрисем төҫө булып балаларым ҡалды, – тип үҙен йыуатһа ла, етемлек һыҙаттары йөҙҙәренә сыға башлаған апаһының балаларына ҡарап, йөрәге әрнене. Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе янмаһа, береһе яныр, тиҙәр бит, Гөлнәфис тә донъяһын һүндермәй элеккесә алып барырға тырышты. Ә бына былай ҙа сабыр, аҙ һүҙле, тешәк еҙнәһе ауыр ҡайғынан үҙ эсенә бикләнеп, үтә бирешеп, ҡартайып китте.
Бер йылдан һуң бер аҙ баш-күҙ алған Гөлнәфис йома көндө Ҡөрьән ашына туғандарын йыйҙы, еҙнәһе лә ике ҡыҙын эйәртеп килде. Шунда апаһының ике йәшлек бәләкәс ҡыҙы килеп ингәс тә:
– Әсәй! Әсәй! – тип йүгереп килеп Гөлнәфисте ҡосаҡлап алды ла алдына менеп үк ултырҙы. Бөтәһенең дә уны йәлләп, йөрәктәре өҙөлә яҙҙы, күҙҙәре йәшләнде. Аштан һуң еҙнәһе ҡайтырға йыйынғас, Гөлнәфистең муйынына сат йәбешкән Фәнисәне төрлөсә албырғатып та айырып ала алманылар. Бына-бына күҙ йәштәре тамам, тип торған апаһының оло ҡыҙы Фәүриә лә килеп ҡатындың аяҡтарын ҡосаҡлап алды.
– Беҙгә лә әсәй бул да ҡуй, апай, – тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. Баянан бирле әсәйҙәрен ҡыҙғанып бер булған үҙенең ҡыҙҙары ла сеңләп ҡушылды:
– Бирмәйбеҙ әсәйҙе, ул беҙҙеке. Ана, һеҙҙең атайығыҙ бар, ә беҙҙеке юҡ! – тип тегеләрҙе тартҡылай башланылар. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары балаларын бик оҙаҡ тынысландыра алманы.
– Улым, килен бик һәйбәт ине... үлгән артынан үлеп булмай... Тере­ләргә йәшәргә кәрәк бит! Әллә ҡоҙасаны һоратайыҡмы? – тине еҙнәһенең атаһы.
– Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның ҡулы һыҙлар, тиҙәр. Ҡоҙа-ҡоҙағый, тилертмәйек бәләкәстәрҙе... һеҙ нимә тип уйларһығыҙ? – тип ул Гөлнәфистең ата-әсәһенә текәлде.
Бик көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Тик ҡыҙҙарҙың ара-тирә һул­ҡылдап ҡуйыуы ғына уны боҙа ине. Гөлнәфис көтөлмәгән хәбәрҙән шаң­ҡып ҡалды: баҫҡан урынында ут уйнатҡан ире менән баҫалҡы, бер аҙ йомоғораҡ еҙнәһенең холҡо ер менән күк араһы һымаҡ ине. Шуға ла иң тәүҙә “юҡ” тип асҡан ауыҙын, ҡара янып йөрөгән еҙнәһенә ҡарап, ябырға мәжбүр булды.
– Ҡыҙым, оло кейәүебеҙҙең бик тәрбиәле, тәүфиҡлы ир уҙаманы икәне һиңә билдәле инде. Һиңә лә яңғыҙыңа бик ауыр булыр, бер-берегеҙгә терәк булып берекһәгеҙ, апайыңдың да йәне тынысланыр, ҡыҙҙары ла етем булмаҫ ине, – тине атаһы көрһөнөп.
– Әсәһеҙ ғаилә – һүнгән усаҡ бит, әллә риза булаһыңмы, балам, – тип әсәһе лә уның һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙы. Ҡыҙҙарының, еҙнәһенең, туғанда­рының өмөт тулы ҡарашына ҡаршы Гөлнәфис бер нәмә лә әйтә алманы...
Шул көндән алып улар өс яҡтың да атай-әсәйҙәренең фатихаһын алып, балалар хаҡына тип бергә ҡалды. Гөлнәфискә еҙнәһенә өйрәнеп, ир ҡатыны булып йәшәп китеүе ай-һай бик ауыр булды. Кәрим дә төшөндә йыш ҡына: "Миләшем, Миләүшәм, китмә, китмә! Ҡалдырма мине!" – тип ҡысҡырып, төн уртаһында уяныр ҙа, йөрәкһеп, урамға сығып китер, таң атҡансы йөрөп инер ине. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, улар бер-береһенең тойғоларын хөрмәт итте, тәүге йәрҙәренә булған оло мөхәббәт хистәрен аяп, бер ҡасан да ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Еҙнәһе үҙенең иплелеге, төплө аҡылы менән тора-бара Гөлнәфистең тәрән ихтирамын яуланы.
Йәшәйештең ҡанундары ни тиклем көслө булһа ла, Гөлнәфис һөйгәне Вәрисенә, апаһына хыянат итә алмайым тип, башҡа бәпес алып ҡайтырға йөрьәт итмәне, Кәриме лә өндәшмәй генә күнде. Аллаға шөкөр, әле өс ҡыҙҙары ла яратҡан кешеләре менән ҡауышып, матур ғына йәшәп ята.
Төпсөгөм дә бәхетле генә була күрһен инде, тип иренә йылмайып ҡараны. Кәриме лә, әйтерһең, уның уйҙарын уҡып килгән:
– Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, нәфис гөлөм-Гөлнәфисем! – тип ҡатынының ҡулын ирененә терәп, наҙлап ҡына үбеп алды.
Яңылыҡ авторы: Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/balalar-kha-yna/
фото т.роза
Читайте нас: