Идаралыҡта хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо бөгөн сәғәт 20:00 самаһында үҙгәрәсәк һәм иртәге көндөң шул уҡ ваҡытына тиклем һуҙыласаҡ.
Водителдәргә һаҡ булыу мотлаҡ, ти ҡотҡарыусылар: томан арҡаһында юлдар 500-1000 метрға тиклем күренмәүе ихтимал.
Һауа температураһы төнөн -14º, -19º, көндөҙ -9º, -14º градусҡа етәсәк. Урыны менән термометр -23º, -28º күрһәтәсәк. Ел төрлө яҡтан секундына 5 метрға тиклем иҫә. Яуым-төшөм көтөлмәй.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-g-n-irt-g-urini-men-n-28-gradus-a-tiklem-iuitasa-571104/