Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 22:31

Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

Документтың яңы редакцияһына ярашлы...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе COVID-19 менән ауырығандар, коронавирусҡа шик булғандар һәм сирле менән бәйләнештәгеләр, “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған пациенттар, 65 йәштән өлкәндәр, респиратор сир билдәләренә бәйле ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр, улар менән йәшәгәндәр өсөн ғәмәлдә.
65 йәштән өлкәндәргә, шулай уҡ хроник сирлеләргә мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 2020 йылдың 31 декабренә тиклем һаҡлана.
Социаль учреждениеларҙа булғандар өсөн дә 31 декабргә тиклем мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлдә.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, һәр аныҡ муниципалитеттағы санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап, барлыҡ кластар ҙа мәктәпкә барып уҡый алырлыҡ район-ҡалалар исемлеген билдәләргә тейеш.
Башҡарма власть органдары битлек режимы һәм 65 йәштән өлкәндәрҙең мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе үтәлешен тикшереүҙе көсәйтергә тейеш.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшмәкәрлегенә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ukaz-a-y-n--g-resht-r-inderelde-569471/
Читайте нас: