Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 16:19

Төлкө, төнгө ҡунаҡ һәм башҡалар...

...Шомландырһа ла, Рәйсә тороп ишеккә йүнәлде. Ҡаршыһында сәс-башы туҙған, ҡулдары ҡанға батҡан ир тора ине.

Булған хәл
...Йорт мөйөшөндә әллә сысҡан ҡыштырланы, әллә бесәйе йоҡларға йылы урын таба алманы, әллә урамдағы әсе, ҡарлы ел тынғыһыҙланды: Рәйсә оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Әллә ниндәй шик-шөбһәләр инеп бөттө күңеленә. Тәүге ҡырпаҡ ҡар ҙа яуҙы, туңдырып ебәрҙе, ә ҡаҙҙарын ҡасан һуйып алыр икән? Таҙартыуы бер ни ҙә тормаҫ та ул, салдырып алыр өсөн күрше-тирәлә бер ир заты юҡ: уңда һикһәнен уҙған Ғилмикамал ҡарсыҡ йәшәй, һулдан ике өй рәттән буш тора. Былтыр ҡаршылағы Әминә ҡарсыҡтың бабайы үлгәс, балалары әсәләрен ҡалаға күсереп алып китте, йортто һатырға ҡуйҙылар. Арыраҡ йәшәгән Данияр вахтанан ҡайтып керә белмәй, ике йорт аша торған Гөлмираның да ире йыл элек яман сирҙән әрәм булып ҡуйҙы...
Алтмышын уҙған яңғыҙ ҡатын ғүмер буйы үҙ мәшәҡәттәрен үҙе теүәлләргә өйрәнгән дә бит, ҡартлыҡ та үҙенекен итә икән. Ярҙам итәм тип торған туғандарының да үҙ ғаиләһе, проблемалары тигәндәй, уларға гел бәлә һалып тороп буламы? Етмәһә, Гөлмира ике көн рәттән картуф баҡсалары буйлап, туғай яғынан ихаталар эргәһендә төлкө йөрөгәнен күргән. Ҡаҙҙарын боғаҙлап сыҡһа? Тауыҡтары ул тиклем йәл булмаҫ. Йәй буйы тәүҙә йәшел үлән ташып, унан һыу буйына йөрөтөп, бәпләп ҡараған ҡоштары үҙенә ризыҡҡа яҙһын инде. Ярар, имен булһа, Хоҙай бер йүнен бирер, моғайын...
Ошондай уйҙарға батып, саҡ йоҡлап китте Рәйсә. Күпме ваҡыт үткәндер, ҡапыл ишек ҡаҡҡан тауышҡа тертләп уянып китте. Был ни хәл? Нимә булған? Кем йөрөй бындай ваҡытта?
Шомландырһа ла, тороп ут ҡабыҙҙы, ғәҙәтенсә, стеналағы сәғәткә күҙ һалды: төнгө дүрт тирәһе. Шунан солан яғына башын тығып:
- Кем ул унда? – тип һораны.
- Апай, был мин, Илназ, – тип яуап бирҙе уға йәш ир тауышы.
- Ниндәй Илназ ти ул төн уртаһында? – ул арала Рәйсәнең башынан мең уй үтте – кем балаһы булыр?
– Апай, ауыл ситендә генә аварияға осраным. Машина эсенән саҡ сығып, ауылды ике ураным инде, береһе лә ишек асмай. Әллә ауылдың яртыһы буш өйҙәрҙән торамы?
Рәйсә ишеккә йүнәлде. Ҡараңғылыҡҡа ут яҡтыһы һибелеү менән бергә, йөҙөнә ҡышҡы һалҡын килеп бәрелде. Ҡаршыһында, ысынлап та, йәш ир баҫып тора ине. Сәс-башы туҙған, ҡулдары ҡуйырған ҡанға йәбешеп бөткән. Танауына эскән еҫ килеп бәрелде.
– Кер, улайһа. Йыуын. Сәй ҡуям хәҙер, – Рәйсә, ғәҙәттәгесә, ҡоро ғына яуапланы ла эскә ыңғайланы.
– Апай, ҡурҡмайһыңмы ни эскән кешенән? – ир әллә шаяртты, әллә иҫкәртергә теләне – аңламаҫһың.
– Эскән кеше кеше түгелме ни? Төрлө хәл була... Ни эшләп иҫерек килеш рулдә йөрөйһөң ул?
– Ҡустым ғына белә ине ҡаланан ауылға сығып киткәнемде. Төн эсендә әйләнеп киләм тиһәм, бына бит, рулдә йоҡлап киткәнмен, ахыры. Уянһам, машина тора ҡарға ҡаҙалып, быялаһы ватылған, аяҡ ҡыҫылған...Ярай, ысҡынып сыға алдым әле. Телефон да һүнгән.
– Йыуын бар, хәҙер сәй эсеп, йылынып алырһың.
– Бәлки “йөҙ грамм”ың барҙыр?
– Нимә –нимә, уныһы юҡ. Булмағанды һорама.
Ул арала ир йыуынып, өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы. Рәйсәнең телефонынан ҡустыһына шылтыратты. Ҡулында ялтырап торған балдағын күрһә лә, ҡатынына өндәшмәне. Әсәһенә иһә хөрт хәлен хәбәр итте. “Төнөн оло кешене ниңә борсойҙор инде?” – тип уйланы Рәйсә.
Сәй эсеп, бер аҙ йылынғансы, ирҙең ҡустыһы елдереп килеп тә етте. Күрше ҡасабала ғына йәшәй икән.
– Апай, үлемдән ҡотҡарҙың даһа. Туңыр инем, һин булмаһаң. Аҡса бирәйемме?
– Ниндәй аҡса ти ул? Имен йөрө! Күпме эсһәң дә, араҡыны эсеп бөтә алмаҫһың ул, шуны онотма.
Төнгө ҡунаҡ ишеккә ыңғайланы. Тамам йоҡоһо осҡан Рәйсә аяғына быймаһын эләктереп, ирҙәрҙең артынан сыҡты. Ауыл ситенә еткәс, улар машинаны һөйрәп сығарырға тотондо – шул тирәлә яҡтырған машина утынан ғына сырамытты Рәйсә. Унан яй ғына аҙымдар менән ихатаһына табан атланы...
Фото: stihi.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/T-lk--t-ng--una--m-bash-alar-567724/
Читайте нас: