Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 18:59

"Әсәй, мин шым ғына..."

Икенсе көнө иртә менән улының бышылдап ҡына өндәшеүенә уянып китте...

Земфираның эше бик яуаплы, тынғыһыҙ. Таң менән тороп, балаһын баҡсаға алып барып, эшкә йүгереү, кискеһен шул уҡ маршрутты ҡабатлау, бер ыңғай магазиндарға инеп сығыу, кистәрен улы менән шөғөлләнеү, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән аҙнаның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Шуға күрә көтөп алған ялында аҙ ғына оҙағыраҡ йоҡлап, хәл йыйырға, ял итергә тырыша. Тик көн һайын таңғы сәғәт етенән тороп, баҡсаға йөрөгән улы бик иртә уяна шул...
Бер көн шулай үтә мәшәҡәтле аҙна тамамланғас, Земфира кистән улы менән килешеп ҡуйҙы: “Тимур, мин иртәгә саҡ ҡына оҙағыраҡ йоҡлайым, йәме. Һин иртәнсәк ипләп кенә торорһоң да бына ошо тәмлекәстәрҙе ашап алырһың, шунан шым ғына йәнһүрәт ҡарап ултырып тор. Әсәйгә ял итергә кәрәк”, - тип аңлатты. Биш йәше тулып барған улы баш ҡағып тороп: “Ярай, әсәй!” – тип ризалашты.
Икенсе көнө иртә менән улының бышылдап ҡына өндәшеүенә уянып китте: “Әсәй, мин шым ғына ултырып теге тәмлекәстәрҙе ашап алдым...” “Ярай, улым, маладис...” – тип Земфира артабан йоҡлап китергә теләне. Биш минут самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы, тағы бышылдау: “Әсәй, мин шым ғына мультик ҡуйып алдым...” Унан тағы: “Әсәй, мин мультик ҡарамайым, шым ғына уйынсыҡтарым менән уйнайым йәме...” “Әсәй, мин шым ғына йөрөйөм, ивет...”
Фото: www.oxfordfertility.co.uk
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-y-min-shim-ina-568362/
Читайте нас: