Һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән һалдат Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата суд башланды тип хәбәр иткәйнек. Әле ул дауам итә. Кисәге ултырышта шаһиттар сығыш яһаған. Улар араһында атып үлтерелгән һалдаттарҙың береһенең әсәһе лә булған.
Беренсе булып Рәмил менән бергә хеҙмәт иткән Ислам Алеев сығыш яһаған. Ул өлкән лейтенант Даниил Пьянковтың Рәмилгә бәҙрәф йыйыштырыуҙан баш тартҡаны өсөн һуҡҡанын күрҙем тигән. Тик быға ғәйепләүсе яҡ атыштан һуң шунда уҡ алынған Алеевтың күрһәтмәләрен уҡып ишеттергән. Ул саҡта һалдат туҡмау тураһында Рәмилдең һүҙҙәренән генә ишеттем тип әйткән булған. Һөҙөмтәлә, Алеев уның киҙәнгәнен күрҙем, нисек һуҡҡанын күреп өлгөрмәнем тип яуап ҡайтарған.
Шулай уҡ был шаһит хәрби хеҙмәткә яңы алынған һалдаттарҙы яза булараҡ йоҡлатмауҙары тураһына белдергән. Егеттәр казарма коридорында тороп устав уҡыған, ятлаған. Шулай уҡ уларға химиянан һаҡланыу костюмы кейҙереп язалағандар. Алеев белдереүенсә, Пьянков Шәмсетдиновты фажиғәгә тиклем бер нисә көн рәттән йоҡлатмаған.
Артабан судта видеобәйләнеш аша Рәмил менән бергә хеҙмәт иткән Александр Эрлих сығыш яһаған, уға ла атҡандар, тик ул ҡасып өлгөргән. Ул шулай уҡ һалдат менән өлкән лейтенант араһында бәҙрәф йыйыштырыуға бәйле низағ булыуын дәлилләгән. Офицер уға ҡысҡырған.
Судта һәләк булған һалдат Алексей Андреевтың әсәһе лә сығыш яһаған. Рәмил унан ғәфү үтенгән, тик ҡатын быны ҡабул итмәгән.
– Һин бит беләһең, һиңә ярлыҡау юҡ, – тигән ҡатын һәм илап ебәргән.
– Беләм, – тип яуап биргән Рәмил.
Шәмсетдинов белдереүенсә, Андреев уны бәҙрәфкә батырам тигән кешеләр араһында булған. Тик уның әсәһе Рәмилгә ышанмаған.
– Минең улым үҙен яҡлай ала ине, тик бер кемде йәберләмәҫ ине. Уның ҡайтыр өсөн билеттары алынғайны, – тигән әсә кеше.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i--yarli-au-bulma-in-bel-e-bit-567719/