Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 19:03

Бурҙар магазинға төшкән...

Әммә бында иң беренсе магазин хужаһының ҡылығы аптырата.

Ошо көндәрҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында билдәһеҙ кешеләр ювелир магазинына төшкән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан магазиндағы күҙәтеү камераһынан видеояҙмалар алынған, шулай уҡ ҡиммәтле биҙәүестәр һаҡланған бинала бик күп аяҡ кейеме һәм бармаҡ эҙҙәре табылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ювелир магазинында хәүефһеҙлек сигнализацияһы ҡуйылмаған, махсус рәүештә һаҡланмаған.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан урлау осрағы буйынса енәйәт эше асылған, ҡиммәтле ювелир әйберҙәренә "айыу майы" һөртөүселәрҙе эҙләү дауам итә.
Шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра: әллә күпме алтын-көмөш биҙәүестәр һатырға мөмкинлек булып та, магазин хужаһы тәү ҡарамаҡҡа бик мөһим булған һаҡланыу саралары хаҡында ни өсөндөр уйлап та бирмәгән... Һаҡланғанды һаҡлармын, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде...
Фото: vedomosti-ua.com
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bur-ar-magazin-a-t-shk-n-568231/
Читайте нас: