Даирә
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 11:55
Бала сир менән өс йыл көрәште...
Бөгөн иртән иһә үтә ауыр хәбәр килде...
Өс йылға яҡын яман шеш менән көрәшкән һигеҙ йәшлек Ярослав Антошкин вафат булған. Малай ата-әсәһе менән Белорет ҡалаһында йәшәй ине.
Антондың сире бигерәк ауыр була, ул Юинга саркомаһы менән ауырый. Малай 20-нән ашыу химия терапияһы ала, Ҡытай һәм Көньяҡ Кореяла яңы технология – криотерапия, нур менән дә дауалап ҡарай. Әммә сир көслөрәк булып сыға.
"Бөгөн төнгө 4.26 сәғәттә ҡәҙерле улыбыҙ Ярослав фәрештәгә әйләнде..." – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә мәрхүмдең ата-әсәһе.
Ярослав 2018 йылдың мартында сирләй башлай. Ул саҡта малайҙың ҡабырғаһы ауырта. Ата-әсәһе, каратэла йәрәхәт алғандыр, тип уйлай, тик оҙаҡламай ауыртыуҙары көсәйә, тән температураһы күтәрелә. Дауаханала биопсия эшләйҙәр һәм саркома диагнозы ҡуялар. Уны Мәскәүҙә лә, сит илдәрҙә лә дауалап ҡарайҙар.
Көҙ башында малайҙың әсәһе сирҙең аҙыуы тураһында хәбәр итә, ә табиптарҙың ярҙам итә алмауын белдерә. Улар өйҙәренә ҡайта, һәм бала ғүмеренең һуңғы өс айын ата-әсәһе менән өйөндә үткәрә.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балаларыбыҙ иҫән-һау булһын, ошондай ҡурҡыныс һынауҙарға дусар ителмәһен.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bala-sir-men-n-s-yil-k-r-shte-567604/
Читайте нас: