Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Ноябрь 2020, 17:05

11 айлыҡ сабый зыян күргән

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Архангел-Тәүәкәс юлының 10-сы километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

"ВАЗ-2114 " автомобиленә идара иткән урында йәшәүсе 23 йәшлек водитель ҡаршы килеүсе "Renault Logan" автомобиле менән бәрелешә. Уның руле артында Бижбүләк районынан 26 йәшлек ир була. Һөҙөмтәлә, "14 модел"ле автомобиль яна.
"Сит ил маркаһы салонындағы дүрт пассажир зыян күрә, шул иҫәптән 11 айлыҡ сабый ҙа йәрәхәтләнә", - тип белдерә автоинспекция хеҙмәткәрҙәре.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында бөтәһе 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 16 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: