Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 23:59

Уны һөйгәне үлтергән...

Бөгөн ун көн элек юғалған 42 йәшлек Әлфиә Д.-ның кәүҙәһе табылды, тип хәбәр иткәйнек. Әле иһә уның нилектән үлгәне асыҡланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатындың юғалыуы тураһында улы хәбәр итә. Уның үҙенең машинаһына ултырып сығып киткәне генә билдәле була. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Әлфиәнең машинаһы өйөнән 90 километр алыҫлыҡта, Силәбе өлкәһендә табыла. Ә ҡатын үҙе Белорет районының Абҙаҡ ауылынан. Уның кәүҙәһе иһә бөгөн Магнитогорск ҡалаһында табылған.
Асыҡланыуынса, ҡатынды үлтергәндәр. Әле республика буйынса Тәфтиш комитеты был үлтереүҙең нескәлектәре тураһында һөйләгән.
Шулай итеп, Верхнеуралда Әлфиәнең машинаһын тапҡас, уны экспертизаға ебәргәндәр. Полиция хеҙмәткәрҙәре ныҡлап тикшергәс, унда ҡан эҙҙәрен таба. Шулай уҡ алғы рәттәге ултырғыстарҙың япмаһы булмауына ла иғтибар итәләр.
Белгестәр аҙаҡҡы көндәге ваҡиғаларҙы тергеҙгән. Баҡһаң, Әлфиә менән һуңғы тапҡыр бәйләнештә уның элекке өйҙәше була. Улар 19 ноябрҙә машинала Силәбе өлкәһенә китә. Икенсе көндө Магнитогорск ҡалаһындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһендә иҫерек килеш улар талашып китә. Билдәле булыуынса, талаштың сәбәбе - көнләшеү. Ҡыҙған ир тәүҙә ҡатындың башына һуға, аҙаҡ йөрәгенә бысаҡ менән сәнсә. Был хәл машина эсендә була. Меҫкен урында йән бирә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре 41 йәшлек ирҙе Екатеринбург ҡалаһында ҡулға ала, ул енәйәт эшләгәнен таный. Енәйәт эҙен йәшереү өсөн ир Әлфиәнең кәүҙәһен ҡыуаҡлыҡтар араһында йәшерә, ҡанлы япмаларҙы ташлай һәм Верхнеуралға барып, машинаны шунда ҡалдырып китә.
Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ир күп тапҡыр хөкөмгә тарттырылған булған, шул иҫәптән үлтереү һәм уғрылыҡ өсөн. Әле тәфтиш эштәре алып барыла. Уны һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Билдәле булыуынса, улар бер йыл да бергә йәшәп өлгөрмәгән... Беҙ мәрхүмәнең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Лиза Алерт" төркөмө.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: