Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 16:10

Рөстәм Нәбиевтең артынан килгәндәр...

Кисә билдәле блогер, армияла сағында Омск ҡалаһындағы казармала фажиғәгә тарыған Рөстәм Нәбиевкә именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килгән. Әммә

быға хафаланырға кәрәкмәй, ул үҙе әйтмешләй, Федераль һаҡ хеҙмәте вәкилдәренең сәфәре законға ярашлы.
Баҡтиһәң, Рөстәм 17 декабрҙә үтәсәк Рәсәй Президенты ҡатнашлығындағы "Тура бәйләнеш"тә сығыш яһарға йыйына. Блогер әйтмешләй, видеобәйләнеш яҡшы уҙһын өсөн яҡшы әҙерлек талап ителә икән.
Ә яңыраҡ йоҡторған коронавирустан Рөстәм йүнәлгән дә инде. Бик мәслихәт, уға уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: