Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 12:58

Ниндәй бутҡа иң файҙалыһы?

Ғәҙәттә, диетологтар һәр иртәне бутҡанан башларға кәңәш итә. Күпселек ошо ҡағиҙәне тота, үҙ иртәһен туҡлыҡлы, файҙалы бутҡанан башлай. Ә бына улар араһында иң файҙалыһы ниндәйе икән? Ә һеҙ ниндәй бутҡаларға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

Белгестәр беренсе урынға ҡарабойҙай бутҡаһын ҡуя. Барлыҡ ярмалар араһында ҡарабойҙай иң витаминлыһы һанала.
Икенсе урында – һоло бутҡаһы. Һоло ҡан тамырҙарын нығыта, туҡлыҡлылыҡ йәһәтенән дә уға еткән бутҡа юҡтыр.
Өсөнсө урында – арпа бутҡаһы, уны шулай уҡ “матурлыҡ бутҡаһы” тип тә атайҙар.
Дүртенсе урында – борсаҡ, бишенселә – кукуруз. Күптәр яратҡан дөгө бутҡаһын диетологтар алтынсы урынға ҡалдырған. Артабан йөрәк өсөн файҙалы һаналған тары бутҡаһы килә. Был рейтингты манный бутҡаһы йомғаҡлап ҡуя.
Әлбиттә, был рейтингты иң дөрөҫ баһа, тип әйтеп булмайҙыр, сөнки аш-һыу йәһәтенән дә һәр кемдең үҙе өҫтөнлөк биргән, яратҡан ризыҡтары бар.
Фото: sm-news.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: