Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 20:55

Әлфиә табылған да бит...

Яҡындары уның ҡайтырын бик борсолоп, яҡшыға өмөтләнеп көттө.

Белорет районында Әлфиә Дауытова исемле ҡатын 19 ноябрҙә үк юғалғайны. Ул үҙе йәшәгән Абҙаҡ ауылынан машинаһында сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған.
Һуңынан бер нисә көн үткәс, уның сағыу төҫтәге автомобиле йортонан алыҫ ерҙә – Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһында табылды. Был хаҡта сайтта хәбәр иткәйнек инде.
Әлегәсә сәйер рәүештә юҡ булған 42 йәшлек ҡатынды яҡындары өмөтләнеп, борсолоп көттө. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр хәрәкәте хәбәр итеүенсә, ҡатын үле килеш табылған.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ауыр минуттарҙа сабырлыҡ теләйбеҙ.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында эте менән бергә сығып, ғәйеп булған Данил Мәүлетҡоловты ла ирекмәндәр отряды эҙләне. Бәхеткә, егет иҫән-һау табылды, тип хәбәр итә улар.
Фото: группа Лиза Алерт. Башкортостан, Vk
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: