Башта бауырҙы киҫәктәргә бүлеп тышындағы ярыһынан таҙартабыҙ. Әйткәндәй кәтлитте, балыҡты ла крахмалға манып алырға мөмкин. Шулай эшләһәк, бешкән ваҡытта тышы дымланмай.
Артабан маринадҡа тотонабыҙ. Бешмәгән йомортҡаға крахмал, тоҙ, борос һалып болғатабыҙ. Бауырҙы маринадта әүәләйбеҙ ҙә табаға үҫемлек майына һалып ҡыҙҙырабыҙ.