Ҡарабойҙайҙы бешергәндә – 1:2, дөгөгә 2: 3 иҫәбенән һыу һалалар. Болғатырға, һауыттың ҡапҡасын асырға ярамай. Бутҡа үҙ парында тәмле булып бешә.
Фасоль бешергәндә һыуға бер ҡалаҡ көнбағыш майы һалһағыҙ, йомшаҡ булыр.
Сәскәле кәбеҫтәне тоҙло һыуҙа һауыттың ҡапҡасын япмайынса бешерәләр. Шунда ғына ул аҡһыл төҫөн һаҡлап ҡала.
Лимондың һут күберәк бүленеп сыҡһын өсөн, уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалып торалар.
Помидорҙы ҡайнар һыу менән бешекләһәгеҙ, ҡабығы тиҙерәк әрселер.
Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырып алғандан һуң, өҫтөнә аҡ май һалһағыҙ, тәмле була.
Бәлешкә әҙерләнгән алмалар ҡараймаһын тиһәгеҙ, аш һеркәһе һеңдерелгән салфеткаға төрөгөҙ.
Тоҙло ҡыярҙың һыуына аҙ ғына горчица һалһағыҙ, ул оҙағыраҡ һаҡланыр.
Кәтлит яһағанда фарш ҡулға йәбешмәһен өсөн, әҙ генә үҫемлек майы ҡушығыҙ.
Картуф хуш еҫле булып бешһен өсөн , һыуға лавр япрағы, һарымһаҡ, аҙ ғына укроп һалығыҙ. Аҡ май өҫтәһәгеҙ, тиҙерәк бешер.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина