Үҙе үтә егәрле. Ҡаҡса ҡатындың бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып, тик ултырғанын күрмәҫһең – теле лә, аяҡ-ҡулдары ла һәр саҡ хәрәкәттә. Төп эшенән тыш, подъездарҙы йыуа, башлыҡ, шарф, бейәләй, ойоҡбаш, кофта кеүек матур әйберҙәр бәйләп, шуларҙы йә беҙҙең ише таныштарына, йә социаль селтәр аша һата. Уны яңыраҡ паркта эскәмйәлә аптырап, онотолоп ултырғанында күреп ҡалып, хатта танымай үтеп китә яҙҙым.
– Юлиә, был һинме ни?! Һыуыҡта ни эшләп ултыраһың? – тип йылмайып янына барып баҫҡас, ул ҡарашын офоҡтан миңә күсерҙе, саҡ танығандай башын ҡаҡты.
– Эйе, мин, шикелле, – күңелһеҙ йылмайҙы. – Иҫәңгерәп ултырамсы.
Юлиәне ҡалдырып китә алмай, эргәһенә ултырҙым. Эскәмйәнең һалҡыны тәнде өшөттөрҙө.
– Мин өшкәвә, әйҙә, миңә киттек, – тип кире тора һалдым.
Юлиә лә, юҡ, саҡырма, эшем бар, тип торҙо:
– Ысынлап, арт яҡ ҡатҡан икән, аңғармай ҙа ултырам.
– Тик торғанда һыуыҡ алдыр, – юрый әрләгәндәй итеп, йоҡа джинсыһының балағынан тарттым.
– Әсәй вафат булған, – ул кинәт күҙгә ҡараны. – Бер аҙна элек. Ә мин шуны әле генә ишетеп торам. Шуға шаңҡып ултырыуым.
Юлиәне ҡайғы йығып бара инеме, аяҡтары тотмай, ул ҡабат эскәмйәгә ултырҙы. Миңә лә сүгәләргә тура килде.
– Әсәйҙе яратманым, хатта күрә алманым мин, – Юлиә сумкаһынан тәмәке сығарып, ҡалтыранған ҡулдары менән сигаретты ҡабыҙҙы, тәрән итеп һурҙы. – Элек, бәлки, яратҡанымдыр, ләкин уның арҡаһында кисергәндәрҙе иҫләһәм...
Атай менән әсәйҙең бергә йәшәгән сағын хәтерләмәйем. Атайҙан алимент килһә, әсәй, йүнлерәк эшкә урынлаша алмаймы, тип гелән һауыт-һаба шалтыратып, асыулана ине. Алимент бәләкәс булғанға, һеҙҙең атайығыҙ, тип беҙгә асыуын төшөрә. Әйтерһең дә, ул түгел, ә беҙ атайҙы һайлағанбыҙ ҙа, уның етешһеҙлектәре өсөн яуап тотабыҙ. Әсәй һөмһөрө ҡойолоп, бәхетһеҙ сырай менән йөрөгәнгә лә, шаһиттар тоҙағына эләгеп, уларҙың йоғонтоһона бирелгәндер, тим. Ул сектанттар бәхетһеҙҙәрҙе һағалап, ҡарауыллап ҡына йөрөй бит, “һә” тигәнсе тотоп алалар. Һауын һыйыр итеп һауыр өсөн.
Йылмайып-көлөп кенә ике йәш ҡыҙҙың фатирыбыҙға килеп ингәнен ап-асыҡ иҫләйем. Сөнки минең тыуған көнөм ине. Миңә ун бер йәш тулған көн йәкшәмбегә тура килгәйне. Заводта эшләгән әсәй төнгө сменанан һуң йоҡлап ята, мин һеңлем менән (ул алты йәшкә кесе) шым ғына уйнай инек. Әсәй торһа, өҫтәл әҙерләр, тип көтәүелләнем. Сөнки өс әхирәтемде тыуған көнгә алдан уҡ саҡырып ҡуйғайным. Үҙем ныҡ итеп борсолам – ҡунаҡ саҡырыуым тураһында әсәйҙе иҫкәртмәгәнмен. Йоҡоһо туйып уянһа, моғайын да, көймәй генә табын йәйер, тип өмөтләнгән булам.
Әсәй уянып, аш бүлмәһенә йүнәлгәс, артынан эйәрҙем. Сәй ҡуяйыммы, тип алдынан йүгереп йөрөп, әхирәттәремде тыуған көнөмә өндәшеүем хаҡында әйттем. Ул, әлбиттә, шарылдарға тотондо. Ниңә алдан әйтмәнең, кем һиңә рөхсәт бирҙе һәм фәлән-фәсмәтән. Шул мәлдә ишектә ҡыңғырау зыңланы. Мин йүгереп барып ишекте асып ебәрҙем. Әхирәттәрем килгән, тип уйланым. Ләкин тупһала ике ят ҡыҙ тора ине. Ыҡсым ғына итеп кейенгәндәр, ике ҡуллап түштәренә сепрәк сумка ҡыҫҡандар. Аш бүлмәһенән зыулап килеп сыҡҡан әсәй уларҙы күреү менән йөҙөн үҙгәртеп, ҡояш кеүек балҡыны. Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, тип өтәләнде, залда уҡ өҫтәл әҙерләргә кереште. Улар сәй эскән саҡта, мин түҙмәй яндарына сыҡтым, әсәйгә, хәҙер әхирәттәрем килә, тинем. Әсәй, ниңәлер ҡыҙарына-бүртенә, Юлиәнең бөгөн тыуған көнө, тине. Шундай итеп әйтте, әйтерһең дә, минең донъяға тыуғаным өсөн уларҙан ғәфү үтенде. Ҡыҙҙарҙың береһе ипле генә йылмайып, әсәйемдең иңбашына ҡулын һалды, тыуған көндө билдәләү – гонаһ, тине:
– Үткәрергә ярамай.
Әсәй миңә, сыҡ, тип ымланы. Мин ҡарышып тора бирҙем:
– Ә минең әхирәттәрем?! Улар сәғәт өскә килә бит.
Әсәй ыҡ-мыҡ иткәнсе, ҡыҙҙарҙың өлкәнерәге миңә етди ҡараны:
– Килһендәр, беҙ бергә ысын Алла хаҡында һөйләшербеҙ.
Ысын Алла тураһында һөйләшербеҙ, тигәне бер ҡолаҡтан инде, икенсеһенән сыҡты. Иң мөһиме, әсәй уны йөпләне. Ҡыуанып, әхирәттәремде көттөм. Улар бүләк тотоп килгәс, бергә өҫтәл артына ултырышҡайныҡ ҡына, өлкән ҡыҙҙар йылмайып-көлөп хәбәрен башланы:
– Һеҙ Библияны уҡығанығыҙ бармы? Бәлки, һеҙҙе нимәлер борсойҙор?
Беҙҙе, ун-ун бер йәшлек ҡыҙҙарҙы, нимә борсоуы мөмкин?! Ниндәй Библия, ти ул? Оялыша ғына сәй һемерҙек тә урамға уйнарға саптыҡ. Уйнау – гонаһ, тип йылмайып оҙатты беҙҙе “ипле” ҡыҙҙар. Фәрештә кеүек күренгән, бар нәмә иблестән, тип һанаған шул ҡыҙҙар ысынында иһә иблестең үҙе булған һымаҡ хәҙер. Сөнки улар көн аша тиерлек беҙгә ҡунаҡҡа килә башланы, әсәйҙең аңын томалап, беҙҙе лә үҙҙәренә йолорға маташты. Беҙ аҙнаһына ике тапҡыр үҙен Яков тип атаған ирҙең йортона йыйылыштарға йөрөнөк. Унда беҙгә оҙаҡ итеп теләһә нимә һөйләйҙәр. Армагеддон, йәғни донъя ахыры, ысын Алланың исеме һәм башҡаһы тураһында. Имеш тә, тик беҙҙең кеүек ысын шаһиттар ғына ҡотоласаҡ, башҡалар яза аласаҡ... Яза, тигәндән, йыйылыштар өсәр-дүртәр сәғәт бара, һеңлем теремек кенә бәләкәс бала бит инде, ултырып арый, уйнарға ынтыла. Әсәйгә уның өсөн бер туҡтауһыҙ киҫәтеү яһайҙар, ҡыҙығыҙҙы тыйығыҙ, насар тәрбиәләйһегеҙ, тип аҡыл өйрәтәләр. Әсәй өйгә ҡайтҡас, һеңлемде гардеробҡа – тәҙрәһеҙ кескәй бүлмәгә бикләп ҡуя. Бәләкәс ҡараңғынан ҡурҡа, илай, мин уны йәлләп, был яҡта илайым, әсәйемдән уны сығарыуын үтенәм. Ә ул сығармай. Һеңлем шунда мөйөшкә ярау итһә, ярауына башын сүкеп-сүкеп, туҡмай. Мин яҡлашһам, мине гардеробҡа бикләй. Бер нисә көн ас, һыуһыҙ интегеп, алйыр сиккә етеп ятам... Баш эшләмәй килеп сығаһың ул “темница”нан. Шунан сектаның журналын тоттороп, мөйөшкә тубыҡландырып ҡуя, тотош текстарҙы ятлата. Аҙаҡ уҡыған буйынса һорауҙар бирә лә, яңылышһаң, туҡмаҡ эләктерә. Ҡайтанан мөйөшкә журнал менән тубыҡландыра... Гардероб тәүҙә шпингалетҡа ғына бикләнә ине. Шуға ла тәүге мәлдәрҙә әсәй эшкә киткәндә һеңлемде сығарып, уны ашата, йыуындыра торғайным. Бер көндө әллә иртән икебеҙ ҙә ҡаты йоҡлағанбыҙ, әллә әсәй эштән иртәрәк ҡайтҡан (уныһын онотҡанмын), бик аҫтында булырға тейешле һеңлемдең карауатта йоҡлап ятҡанын күреп, сығырынан сыҡты. Һеҙҙең өсөн, һеҙҙең йәнегеҙ мәңге йәннәттә рәхәтләнһен, тип тырышам, ә һеҙ рәхмәтһеҙ бәндәләр, тип ныҡ итеп икебеҙҙе лә ярҙы. Һәм гардеробҡа йоҙаҡ ҡуйҙырып алды. Шул сектанттарынан инде. Асҡысты үҙе менән алып китеп йөрөнө, башҡаса ишекте аса алманыҡ...
Тыйыуҙар ғәләмәт күп булды. Тыйыуҙарҙы үтәмәһәң, яза көтә. Мин бит тәбиғәттән еңел һөйәкле, һығылмалы кәүҙәле, мәктәптәге секцияла гимнастика менән шөғөлләнгәйнем. Иң беренсе шул секцияға йөрөүҙән тыйҙылар. Һеңлем менән шашка уйнарға яраттым – уны ла уйнарға ярамағаны асыҡланды. Телевизор ҡарарға ярамай (әсәй уны ҡайҙалыр олаҡтырҙы). Урамда бөтөнләй уйнарға ярамай. Әҙәби китаптар уҡырға ярамай. Ҡысҡырып көлөргә ярамай. Концерттарға, мәктәптә үткән сараларға йөрөү тыйыла. Сектанттарҙың журналдарын уҡып, йыйылыштарында вәғәзен тыңлап, күләгә кеүек ни үле, ни тере булырға тейешһең, ҡыҫҡаһы. Әсәй ул журналдарҙы һатып ала ла, шуларҙы бушлай урамдарҙа, фатирҙар буйлап йөрөп таратырға тейешбеҙ. Беҙҙең төп миссия шул.
Бер заман теге Яков исемле бәндә әсәйем менән беҙҙе даими алып ҡалып, оҙаҡ итеп һөйләшергә тотондо. Әсәй, ул беҙҙе башҡаларҙан айыра, яҡын күрә, тип ҡыуана, уның ҡулдарын үбә, беҙҙе лә үбергә мәжбүр итә. Һәм бер көндө минең яңғыҙымды Яковта ҡалдырҙы. Ул миңә, ун ике йәшлек балаға, үҙҙәре табынған Алла, тәғәйенләнеш хаҡында һөйләп-һөйләп, ҡыҙыл шарап эсерҙе. Иҫерҙем. Тултырылған тауыҡ кеүек һимеҙ, өс ҡатлы эйәкле, йөнлө ҡуллы һаҫыҡ хәшәрәт мине төнө буйы көсләне.
Һин – бәхетле, һин тура йәннәткә эләгәсәкһең, сөнки һине ҮҘЕ һайланы, тигән әсәйем бәхетле ине...
Мине ул хайуан дүрт йыл файҙаланды. Әсәйҙең рөхсәте, фатихаһы менән. Ә бер көндө ул Яковта һеңлемде ҡалдырҙы. Ун йәшлек балаҡайҙы! Көнө-төнө мейене эшкәртеүҙәренә мин һынған кеүек инем, бар булмышымды битарафлыҡ баҫып алғайны, ләкин һеңлемде йәлләүҙән эсемдә быҫҡыған осҡондар “гөлт” итте – өйҙән бысаҡ алып, Яковтың фатирына барҙым. Сусҡаның ҡорһағын ярырға, ағзаһын ҡырҡып алырға теләгәйнем, ләкин хәлдән килмәне. Уның ҡарауы һеңлемде ҡотҡарҙым. Ҡороғор ир әсәйгә, мине һеңлеһенән көнләште, тип ҡулдарын йәйҙе. Кәрәге бер тин ине хәшәрәттең. Мине шунда милицияға алып килгәстәре, хәлдең нисек булғанын һөйләгәйнем, ышанманылар. Әсәй ҙә мине түгел, Яковты яҡлашты. Ошо хәлдән һуң мине бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекцияға иҫәпкә ҡуйҙылар. Әсәй мине алып ҡайтҡас, әлеге лә баяғы гардеробҡа бикләргә иткәйне, ҡаршы һуғыштым, гардеробтың ишеген емерҙем. Бынан ары, үҙемә тырнаҡ осо менән дә тейергә ирек бирмәйем, тип саяланһам да, әсәйҙән, сектанттарҙан ҡурҡтым. Һеңлем менән өйҙән ҡастыҡ. Беҙҙе тотоп, кире ҡайтарҙылар. Тағы ҡастыҡ. Һеңлемде лә иҫәпкә ҡуйҙылар. Юлда водителдәр менән йоҡлап, икмәклек аҡса эшләнем. Холҡом тамам боҙолдо. Һеңлем менән берәҙәккә әйләндек. Туҡһанынсы йылдар башы, донъялар буталған саҡ, бер кемдә бер кемдең дә эше юҡ. Беҙ ҙә бер кемгә лә кәрәкмәнек...
Бер ҡайтҡанда әсәй фатирҙы сектаға бүләк иткәйне. Үҙе кеүек ике асыҡ ауыҙ яңғыҙаҡ бисә менән ҡала ситендәге иҫке йортто “снимать” итеп йәшәне. Беҙҙең турала бөтөнләй хәстәрлек күрмәне. Мин ун алты йәшкә өлкән бер ир менән танышып, шуның менән йәшәй башланым. Сараһыҙҙан инде. Ҡайҙалыр барып төртөлөргә кәрәк ине бит. Һеңлемде интернатҡа бирҙем, үҙем иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаштым. Абышҡамдың әсәһе һәйбәт ине, шул тиклем изге йөрәкле кеше. Ул мине бәйләм бәйләргә, аш-һыу бешерергә өйрәтте. Мин уға “ҡәйнә” тип әйтә алманым, “әбей” тинем. Һәр көндән ҡыуаныс тапҡан әбей йөрәгемдәге боҙҙо иретте, уның арҡылы яңынан йәшәү тәмен тоя башланым. Сектанттар үҙенең ҡорбандарын тиҙ генә ысҡындырмай, шымсылыҡ көслө, мине лә эҙләп табып, кире ҡайтарырға маташтылар. Әсәй, һеҙ йүнһеҙҙәр арҡаһында улар алдында мин үҙемде ғәйепле тоям, улар бит шул тиклем яҡшы, миһырбанлы кешеләр, тип зитҡа тейҙе, Ахырызаман менән ҡурҡытты. Тәүге ваҡытта, ысынлап та, ҡурҡыу булды. Хәҙер ҙә ул тойғо ҡай саҡ ҡалҡып килеп сыға, “паническая атака” кеүек ялмап ала. Әммә мин бирешмәйем. Үткәндәрҙән ҡасып, төрлө ҡалала йәшәнем, ирҙәрҙе алыштырҙым, әле сираттағыһы менән бында көн күрәм. Бала тапмаҫҡа ҡарар иттем. Әсәйгә оҡшап, балаларымды яратмаһам, туҡмаһам, уларҙы бәхетле итә алмаһам, тип ҡурҡтым.
– Ә һеңлегеҙ? – тәмәке төтөнөнә сәсәнем. – Юля, тартма, зинһар, баяғынан бирле саҡ түҙеп ултырам.
– Ғәфү, – ул әллә бишенсе тәмәке төпсөгөн урнаға сиртте. – Пф, һеңлемә ни булһын, нормально йәшәп ята. Баҫалҡы түлкә. Ире уның менән команда итә башлаһа, түҙмәйем, ҡабынам да китәм, кейәү менән ирешәм. Шуға уларға йыш бармайым. Әйҙә, үҙҙәренә оҡшағас, теләһә нисек йәшәһендәр.
– Ә Яков?
– Этем белһен. Белешкәнем юҡ. Теләгем дә юҡ ул эт тураһында белергә. Дөмөкһөн, тип йылдар буйы иртәле-кисле теләнем элек. Күптән дөмөккәндер, тип үҙемде тынысландырам. Ә бына әсәй... Аптыраҡ.
Юлиә телефонын алып, сәғәткә күҙ һалды, һүгенде:
– Бөтә эште туҡтатты...
Кемде әрләне – аңламайыраҡ ҡалдым. Һаубуллашып, икебеҙ ике яҡҡа киттек.
Өйгә өшөп ҡайттым. Ишеткәндәремдән йөрәгем өшөгәйне, әлегәсә дерелдәй кеүек...