Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 23:46

АТА-ӘСӘҺЕН ИЛАТҠАНҒА ХОҘАЙҘЫҢ АСЫУЫ ТӨШӨР

Олатай кеше бик ныҡ ҡартая, ашарға ултырғанда ҡалаҡты ла йүнләп тота алмай башлай. Шуға ла өҫтәлгә ашын түгеп бөтә, ризыҡтарҙы төшөрөп ебәрә.Был хәл уның улы менән килененә оҡшамай. Ҡарттың хәле юҡлығына ышанмайынса, һаҡһыҙ ҡыланыуҙа ғәйепләй улар уны. Шуға ла ҡартты үҙҙәре менән бергә өҫтәл артына түгел, ә иҙәнгә айырым ултырта башлайҙар.Ҡарттың ейәне Хәсән был хәлгә бик ныҡ борсола, атаһы менән әсәһе әрләмәһен тип, олатаһына ашарға ярҙамлаша.Бер саҡ ҡарт ашап ултырғанда тәрилкәне төшөрөп вата. Улы менән килене уға тағы ла нығыраҡ асыулана. Ошонан һуң ҡартҡа ашты пластик тәрилкә менән бирә башлайҙар.

Ул тәрилкәне, ғәҙәттә, йыуып тормайҙар, ташлайҙар. Быны күреп торған Хәсән әсәһенә былай ти:
– Әсәй, был тәрилкәләрҙе ташлама, улар киләсәктә миңә кәрәк буласаҡ.
Атаһы аптырап һорай:
– Ниңә кәрәк булыр тиһең улар һиңә?
– Һеҙ ҡартайғас, мин дә һеҙгә ашты ошо тәрилкәләргә һалып бирермен,- ти Хәсән.
Әсәй менән атайға үҙ ҡылыҡтары өсөн оят булып китә. Улар ошонан һуң ҡартты тағы ла өҫтәл артына ултырта башлай.
Әгәр ҙә был ҡарттың улы менән килене әсәй менән атайға күрһәтелгән изгелек кешене ожмах ҡапҡаһына килтереүсе иң яҡшы сифат икәнен белһә, былай йәмһеҙ ҡыланмаҫ ине.
Бәйғәмбәребеҙ нисек яҡшы әйткән:
“Ата-әсәһен шатландырған кешегә Хоҙай рәхимле. Ә ата-әсәһен илатҡанға Хоҙайҙың
асыуы төшөр”.
тамаша журналы сайтынан алынды
Читайте нас в