Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 09:07

Яратҡан артисыбыҙ вафат булған...

Эштәрҙе ситкә ҡуйып ҡарай торғайныҡ, хәҙер иҫләргә генә ҡалды...

Латин Америкаһы халҡының яратҡан артисы, шулай уҡ беҙҙең айырыла алмай ҡараған “Ҡырағай Роза” (“Дикая Роза”), ”Байҙар ҙа илай” (“Богатые тоже плачут”) сериалдарында төп ролде башҡарған Малени Моралес вафат булған. Был хаҡта Мексика актерҙар ассоциацияһы хәбәр итә һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Некрологта үлем сәбәбе күрһәтелмәгән, әммә урындағы матбуған баҫмалары белдереүенсә, артист һуңғы йылдарҙа үпкә яман шешенә ҡаршы көрәшкән. Уға 74 йәш булған. Малени Моралес билдәле актер Отто Сирго менән 45 йыл ғүмер кисерә. Мексика актрисаһы 90-сы йылдарҙа “Ҡырағай Роза”, “Байҙар ҙа илай” сериалында башҡарған төп роле менән Рәсәй тамашасыһы һөйөүен яулай. Эштәрҙе ситкә ҡуйып ҡарай торғайныҡ, хәҙер иҫләргә генә ҡалды... Фото: showbiz.clutch.ua Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: