Күп фәнни тикшеренеүҙәр йәйәү йөрөүҙең файҙа килтереүен күрһәткән. Мәҫәлән, 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибәлә атлау йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын 31 процентҡа кәметеүен асыҡланған. Аҙнаһына 8 саҡрым һәм ашыҡмай ғына сәғәтенә 3 саҡрым үткәндәрҙә лә һәйбәт үҙгәрештәр күҙәтелгән. Саф һауала йөрөү һөйәктәрҙе нығыта, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға ыңғай йоғонто яһай, йоҡоно яҡшырта тигән һығымтаға килгән тәжрибәлә ҡатнашыусылар. Мәҫәлән, көнөнә 40 минут атлап йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 70 процентҡа кәметә, бер сәғәттә 300 килограмм-калорий (ккал) юҡҡа сыға. Өҫтәүенә йәйәү йөрөү өсөн физик, йәш сикләүҙәре юҡ, көндәлек әүҙемлектән кешенең хәле һәм кәйефе яҡшыра ғына. Йәйәү йөрөү күңел төшөнкөлөгөнән, насар кәйефтән ҡотолорға ярҙам итә. Атлағанда умыртҡа бағанаһы, янбаш-бот һөйәгенең һөйәк массаһы нығына. Был, үҙ сиратында, остеопорозды иҫкәртә. Сәләмәт тормош алып барғандар араһында, көн һайын 40 минут тирәһе йәйәү йөрөү кеше ғүмерен биш йылға оҙайта, тигән фекер нығынған. Табиптар ҙа уның һөҙөмтәле икәнлеге хаҡында белдерә. Фото: thespabreckenridge.com Автор: Айһылыу Низамова