Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 15:47

Роспотребнадзор COVID-19 менән бәйле барлыҡ сикләүҙәрҙе 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтты

Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға бәйле барлыҡ карантин һәм иҫкәртеү саралары 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтыла.

Роспотребнадзор ҡарарында йәмәғәт урындарында битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау, бәйләнештә булғандар өсөн мотлаҡ изоляция кеүек сикләүҙәрҙе оҙайтыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ бара.
Шулай уҡ эш урындарында термометрия һәм дезинфекция үткәреү һаҡлана, уҡыу йорттарында күп кеше ҡатнашҡан саралар тыйыла.
Үҙгәрештәр коронавирусҡа тест уҙғарыу ваҡытына (ул 48 сәғәт менән сикләнә), пациентты стационарҙан амбулатор шарттарҙа дауаланыуға ҡайтарыу ҡағиҙәләренә лә ҡағыла. Хәҙер дауахананан сығарыу өсөн ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен көтөргә кәрәкмәй. Тик коммуналь фатирҙа, ятаҡта йәки ҡунаҡханала, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһында йәшәгәндәрҙән тыш.
Читайте нас: