Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 19:36

Мәңгелеккә ҡотолорға уйлаған...

Әммә хәлдәр икенсерәк йүнәлеш алған. Ғөмүмән, күптәр бындай ҡот осҡос ваҡиғалар ҡурҡыныс фильмдарҙа ғына була тип уйлай...

Күрше Татарстан Республикаһында ҡурҡыныс фильмдарҙа ғына күрергә мөмкин булған ҡот осҡос ваҡиға булған.
Татарстанда бер егетте 14 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташҡан өсөн 9 йыл да 1 айға ҡаты режимлы колонияға ултыртырға хөкөм ҡарары сығарылған. Был турала Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк буйынса идараһының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2020 йылда 19 йәшлек егет социаль селтәрҙә үҫмер ҡыҙ менән таныша, апрелдә уның менән енси мөнәсәбәткә инә. Аҙағыраҡ үҫмер уға үҙенең ауырға ҡалыуы тураһындағы шиген белдергәс, егет енәйәт яуаплылығынан ҡурҡып, 14 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә уйлай.
Тикшереүселәрҙең мәғлүмәте буйынса, ир ҡыҙҙы ауылға алып килә, шунда уны туҡмай, быуып үлтерергә маташа. Ҡыҙ аңын юйғас, машинаһының багажнигына һалып, ситкә алып сыға һәм бер соҡорға ырғытып, уны ботаҡтар менән күмеп ҡуя. Шулай итеп, ул ҡыҙ менән мөнәсәбәттәрен өҙөп, унан мәңгелеккә ҡотолорға уйлай.
Тик ҡыҙ баланың ғүмере бөтмәгән булғандыр, күрәһең, бер нисә сәғәттән ул аңына килә, соҡорҙан сығып, юлға тиклем барып етә ала. Унда инде үҫмергә ярҙамға килеүсе кешеләр табыла.
Суд ҡарары менән 19 йәшлек егеткә бер нисә статья буйынса туғыҙ йыл да бер айға ҡаты режимлы колонияға ултыртырға тигән хөкөм ҡарары сығарылған.
Фото: ru.depositphotos.com
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/M-gelekk--otolor-a-uyla-an-562443/
Читайте нас: