Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 09:12

Иң мөһиме – паника булмаһын

Өйҙә кемдер коронавирус йоҡторһа, ни эшләргә? Йортто зарарһыҙландырыу мотлаҡмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға белгестәр яуап бирә.

Мәғлүм булыуынса, бынан бер аҙна элек, 16 ноябрҙә, Өфөлә Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй башланы. Уның белгестәре һеҙгә көнүҙәк кәңәштәр тәҡдим итә. Уның тәүге өлөшөн алдағы материалдарҙа биргәйнек. 1. Өйҙәгеләр араһында кемдер коронавирус йоҡторһа, нимә эшләргә? – Сирле кешене айырым бүлмәгә урынлаштырығыҙ. – Ғаиләлә һәр кемдең айырым һауыт-һабаһы, таҫтамалы, түшәге һәм эске кейемдәре булһын. – Бер-берегеҙҙән кәмендә 1,5 метр арала торорға тырышығыҙ. Айырым туҡланығыҙ, бергәләшеп телевизор ҡарауҙан баш тартығыҙ. – Бүлмәләрҙе елләтегеҙ, көнөнә ике тапҡыр еүеш сепрәк менән өйҙө йыйыштырып алығыҙ. – Йорт эсендәге йыһаздарҙы, иҙәндәрҙе һәм башҡа әйберҙәрҙе дезинфекциялау өсөн һабын йәки махсус ҡатнашмалар файҙаланығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы ла йышыраҡ йыуығыҙ, зарарһыҙландырығыҙ. Был түшәккә һәм һауыт-һабаға ла ҡағыла. – Битлекте сискәндән һуң полиэтилен йә ҡағыҙ пакетҡа һалығыҙ, эҫе һыуға дезинфекция ҡатнашмаһында зарарһыҙландырыу зарур. – Күберәк шыйыҡса эсегеҙ. Температураны контролдә тотоғоҙ. Мөмкинлек булһа – сатурацияны (ҡандағы кислород миҡдары) һәм ҡан баҫымын да. Бының өсөн пульсоксиметр һәм тонометр кәрәк. 2. Әгәр ҙә минең коронавирусҡа анализым ыңғай икән, яҡындарыма ла уны тапшырыу мотлаҡмы? Был йәһәттән күптән түгел яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, ғаилә ағзалары сирләп киткән осраҡта, кеше ике аҙнаға үҙаллы изоляцияға китергә тейеш. Әммә сир билдәләре барлыҡҡа килһә, анализ тапшырыу фарыз. Фото: sever-press.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: