Ҡалтасы районында 45 йәшлек ир кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Тәфтишселәр әйтеүенсә, 22 ноябрь кис иҫерек ир бергә йәшәгән ҡатынының атаһының йыллығын үткәргән ваҡытта 38 йәшлек танышы менән низағҡа инә. Талаш мәлендә утын ағасы менән уның башына бер нисә тапҡыр һуға. Араларына төшөргә, уларҙы айырырға маташҡан оло кешегә лә ныҡ ҡына эләгә утын ағасы. Уны, оло йәштәге кешене, дауаханаға алып китәләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике көндән ул вафат була. Үлтереүсене ҡулға алғандар, әлеге ваҡытта енәйәт ҡылынған көндөң эҙмә-эҙлеклелеге тикшерелә. Фото: vk.com Автор: Аклима Гизатуллина