Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 16:00

Ҡаҙ майының файҙаһы ҙур

Был майҙың шифаһы иҫ киткес шәп. Түбәндәге кәңәштәребеҙ ҡаҙ майының дауаһы тураһында булыр.

Әле ауылдарҙы йәмләп Ҡаҙ өмәләре бара. Ҡаҙ түшкәләре бешә, яңы мендәрҙәр эшләнә. Күптәр ҡаҙ майының файҙалы икәнлеген белмәй һәм уны иретергә лә иренә.
Ысынында шифаһы иҫ киткес шәп. Түбәндәге кәңәштәребеҙ ҙә ҡаҙ майының дауаһы тураһында булыр.
Ҡаҙҙың мамығы, ите генә түгел, уның дѳрѳҫ иретелгән һәм һаҡланған эс майы ла әллә күпме дауалау үҙенсәлегенә эйә. Белеп файҙаланғанда ул бик күп сирҙәргә шифа булып тора. Унда РР, Е, Д, В тѳркѳмѳ витаминдары, файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, унда холестерин юҡ.

Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был, үҙ сиратында, косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдар һәм углеводтарҙы үҙләштереүгә ярҙам итә, йод үҙләштереүҙе яҡшырта. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Организм тарафынан тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙенсәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, организмдың һаҡлау көсѳн нығытыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ҡаҙ майы халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла һәм күп кенә ауырыуҙарҙан яҡшы сара булып тора.

Дѳрѳҫ һаҡланған ҡаҙ майы менән бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бѳтѳрѳү өсөн ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгѳлѳккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Шулай уҡ ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда берәр ҡалаҡ һалып ебәреү ҡамырҙы йомшаҡ итә. Бөйөрөктәр бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына уны ҡушыу зыян килтермәҫ.
Фото:kleo.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/a-mayini-fay-a-i-ur-561228/
Читайте нас в