– абрикос менән ҡара емеште киптергәндә улар файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай, тулыһынса һаҡлап ҡала. Шуға ла был емештәрҙе көндәлек рационына индергән кешеләр бик дөрөҫ эшләй.
Күрәгә аскорбин кислотаһына, В, РР, А провитаминдарына бик бай. Минерал составы буйынса унда тимер, көмөш, магний өҫтөнлөк итә. Бигерәк тә күрәгәлә йөрәк өсөн кәрәкле бик мөһим элемент – калий бар. Ул организм өсөн файҙалы һәм еңел үҙләштерелә торған тәбиғи формала булыуы менән дә отошло. Шулай уҡ, өрөк, күрәгә файҙалы тәбиғи шәкәр – фруктоза менән глюкозаға бай булыуы менән дә айырылып тора. Сәләмәтлек өсөн кешегә көнөнә 5-10 бөртөк күрәгә ашап ҡуйыу ҙа етә. Анемия менән яфаланыусыларға абрикос айырыуса файҙалы, шуға уны сезонында күберәк ҡулланырға һәм ҡайнатма, компот әҙерләп ҡуйырға кәрәк.
Ҡара емештең дә кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы күп булыуы билдәле. Киптерелгән ҡара емеш глюкозаға, фруктозаға, органик кислоталарға, клетчаткаға бай. Шулай уҡ, унда минерал матдәләр – натрий, калий, кальций, фосфор һәм тимер күп. Органик кислоталарға бай булыуын айырыуса билдәләргә кәрәк. Ҡара емештә, шулай уҡ, алма, лимон, ҡуҙғалаҡ һәм салицил кислоталары барлығы асыҡланған. Был емештәге пектин һәм клетчаткалар ашҡазан-эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, метаболизмды тиҙләтә, башҡа ризыҡтарҙы еңелерәк үҙләштерергә ярҙам итә.
Әгәр һеҙ әлегә тиклем был емештәрҙе көндәлек рационығыҙға индермәгәнһегеҙ икән, кәңәштәребеҙҙе иҫкә алығыҙ.