Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 18:04

Самолет бортында кемдәр янъял ҡуптарған?

"Әлдә бер үҙем осҡанмын, сөнки эргәмдә ата-әсәм булһа, улар был хәлде үтә ауыр кисерер ине..."

Мәскәүҙән Өфөгә осҡан самолеттарҙың береһендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: бизнес-класс менән осҡан ике пассажир бортта янъял ҡуптарған, улар битлек кейеүҙән ҡырҡа баш тартҡан. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, был йәмһеҙ күренеш хаҡында социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәтселек араһында “Регина Доктор” исеме менән билдәле булған табип, блогер һөйләгән. "Миңә бик ҡыйын булды. Әлдә бер үҙем осҡанмын, сөнки эргәмдә ата-әсәм булһа, улар был хәлде үтә ауыр кисерер ине", – тип яҙған Регина. Янъял иһә шуның менән тамамланған: самолет аэропортҡа килеп төшөү менән салонға унлаған полиция хеҙмәткәре ингән, протокол төҙөгән һәм битлеккә ҡаршы сыҡҡан граждандарҙы бүлеккә алып киткән. Табип иһә йәмәғәт урындарында битлек кейеү мотлаҡ булыуын иҫкәртә. “Битлектең коронавирустан һаҡлауына ышаныу-ышанмау – шәхси эш, ә йәмәғәт урындарында ҡағиҙәләр бар. Һәм тыныслыҡ мөһим”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә. Фото: opt-998882.ssl. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: