Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 10:48

Илһөйә Бәҙретдинованың иң ҙур шатлығы ниндәй?

Йырсының төркөмөндәге ижадсыларҙың берәүҙәре - төҙөлөштә, икенселәре таксиҙа һәм башҡа урындарҙа эшләгән.

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинова пандемия осоронда күпселек ваҡытын ауылда үткәргән. Бәләкәйҙән һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған йырсы, ниһайәт, ҡулына буяуҙар алып, һүрәттәр төшөргән.
"Күңел тыныслығы өсөн эшләнем. Бизнесҡа китергә тигән теләгем булманы. Үҙ кәсебен асҡандарға бер ниндәй ҙә кәңәш бирә алмайым. Кем нисек булдыра - шулай эшләһен", - тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Шулай уҡ, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Илһөйә Бәҙретдинова ауылдаштарына үҙе тегеп 300 дана битлек таратҡан. Йәнә шуныһы: ауыр саҡта йырсы төркөмөн һаҡлап ҡала алған. Ул быны иң ҙур шатлыҡтарҙың береһе тип атай. Концерттар булмаһа ла, төркөм ағзаларының береһе лә эштән китмәгән, берәүҙәре төҙөлөштә, икенселәре таксиҙа һ.б. хеҙмәт күрһәткән. Ваҡытлыса ауырлыҡты һәр кем үҙенсә үткәргән, әммә ижад туҡталмаған.
Фото: "Интертат" сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: