Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 10:41

Үҙе үгәй әсә менән үҫкәнгәме?

27 йәшлек ҡатын мунсала бала таба ла, үлһен тип, шунда ташлап сығып китә...

Быйыл март башында бар республиканы тетрәндергән хәл булғайны. Тәтешле районы ауылдарының береһендә йәшәгән 27 йәшлек ҡатын мунсала ҡыҙ бала таба ла уны шунда ҡалдыра. Ә биш көн үткәс, сабыйҙың кәүҙәһен тотоп дауаханаға бара.
Әле Балтас районының район-ара суды енәйәт эшен ҡараған һәм ҡарар сығарған. Судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын яңы тыуған баланы үлтереүҙә (106-сы статья) ғәйепле тип табылған. Һөҙөмтәлә уны ике йылға иркенән мәхрүм иткәндәр һәм бер йылы һынау срогы буласаҡ.
Билдәле булыуынса, ҡатындың биш йәшлек ҡыҙы бар. Ул балаһын яңғыҙы үҫтергән. Ауылда үҙен бөтәһе лә ыңғай яҡтан телгә ала. Ауыл советында ла уға егәрле, ипле, шым тип ҡылыҡһырлама биргәндәр. Шулай уҡ бәләкәйҙән әсәйһеҙ үҫкәне билдәле. Атаһы икенсегә өйләнгәс, үгәй әсәй менән көн итә, наҙ күрмәй. Аҙаҡ кейәүгә сыға, тик ире уны бәләкәй ҡыҙы менән ҡалдырып китә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: