Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 10:50

Дөгөнө нисек әҙерләйһегеҙ?

Ярты сәғәт эсендә туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡ әҙер буласаҡ. Рецебы - яҙмала. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Бер баш һуған, бер кишер, бер стакан дөгө ярмаһы, ике стакан һыу, бер сәй ҡалағы тоҙ, үҫемлек майы алабыҙ.

Башта һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ һәм табаға май һалып ҡыҙҙырабыҙ. Шунан дөгө ярмаһын йыуып өҫтәйбеҙ ҙә, һәйбәтләп бутап, табаның ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ. Ун минуттан тоҙ ҡушып, тағы ла 15 минут утта тотабыҙ. Табынға ит йәки балыҡ менән бирергә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ok.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: