Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Ноябрь 2020, 18:57

Поезд аҫтында ҡалған...

Алда көтмәгәндә урта йәштәрҙәге ир пәйҙә булғас...

Мәләүез ҡалаһында ир кеше поезд аҫтында ҡалған. Үҙ сығанаҡтарына таянып, был хаҡта “КП-Өфө” хәбәр итә.
Аяныслы хәл 17 ноябрҙә ҡала тимер юл станцияһында була. Тепловоз машинисы маневрҙар яһаған мәлдә, көтмәгәндә алдында 48 йәшлек ир пәйҙә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, состав уның өҫтөнә барып менә, шунлыҡтан ир кеше ауыр яралар ала.
Фажиғә урынына табиптар тиҙ арала килеп етә. Әммә уларҙың күпме генә тырышыуына ҡарамаҫтан, ирҙе ҡотҡарып ҡала алмайҙар.
Әле аяныслы хәлде Эске эштәр министрлығының Тәфтиш комитеты тикшерә.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Poezd-a-tinda-al-an-555132/
Читайте нас в