Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Ноябрь 2020, 13:34

Күрмәгән-белмәгән кешегә эйәреп китеп...

Урамда осраҡлы осрашып танышыу ҡанлы фажиғә менән тамамланған.

Яңылыҡтарҙа әленән-әле күренгән ваҡиғалар шуға инандыра: осраҡлы танышыу, етмәһә, быға тиклем белмәгән кеше менән кәйеф-сафа ҡороу бер ваҡытта ла хәйерле тамамланмай.
Яңыраҡ Өфөлә бер ҡатындың ғүмере лә шулай мәғәнәһеҙ өҙөлгән. 2020 йылдың сентябрендә урамда уның менән бер ир таныша һәм шунда уҡ өйөнә саҡыра. Ҡатын еңел генә ризалаша ла күрмәгән-белмәгән кешегә эйәреп тә китә. Был осраҡта ла эске менән гөрләп барған табындың ҡайһылыр бер мәлендә, ни сәбәптәндер, ҡунаҡ хужаны кәмһетерлек битәр һүҙҙәр ысҡындыра. Яңы танышының бындай ҡыланышы хужаға бер ҙә оҡшамай - аш бүлмәһенән бысаҡ алып сығып табындашын сәнскеләй... Туғыҙ бысаҡ эҙе иҫәпләйҙәр аҙаҡтан. Бисара ҡатын тәрән яраларҙан шунда уҡ үлә.
Кеше ғүмерен ҡыйған ир ҡулға алынған, әммә ул үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй. Суд тарафынан уны 7,5 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарылған.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-rm-g-n-belm-g-n-kesheg-ey-rep-kitep-554285/
Читайте нас: