Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 12:49

Муниципалитеттар аша ниндәй субсидия бирелә?

Бөгөн, 20 ноябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә муниципалитеттар аша бирелгән республика субсидиялары тураһында һөйләйҙәр.

Бөгөн, 20 ноябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының Инстаграмдағы тура эфирында (instagram.com/gkrbp2020) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына муниципалитеттар аша бирелгән республика субсидиялары тураһында һөйләйҙәр.
Спикерҙар Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры урынбаҫары Рөстәм Байбурин, Күмертау ҡалаһының, Шишмә һәм Өфө райондарының бизнес-шерифтары сығыш яһай. Улар тура эфирҙа бирелгән финанс ярҙамына нисек эйә булыу, кем һәм ниндәй суммаға иҫәп тота алыуы тураһындағы һорауҙарға яуап бирә.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: