Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 13:23

Эттәре уҫалыраҡ булһын өсөн туҡмаған, ашатмаған...

Октябрьский ҡалаһында ике эт хужаһын үлтергән тигән хәбәр тиҙ арала бар республикаға таралды. Был ҡурҡыныс ваҡиға 15 ноябрҙә була. Күршеләр эргәләге фатирҙан ҡысҡырыу, эттәр өрөүе тауышын ишетә һәм полиция саҡырта.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, өйҙә яңғыҙы булған йәш ирҙе үҙенең стаффордшир терьеры һәм ваҡытлыса ҡалдырып торған питбультерьер тоҡомло эттәре талай башлай. Кешенең тоғро дуҫы һаналған эттәрҙең ни сәбәпле хужаһына ташланыуы әлегә билдәле түгел.
Полиция хеҙмәткәрҙәре өйгә килеп ингәс, ҡот осҡос күренешкә тап була: стеналар, иҙәндәр ҡанға батҡан. Ҡаршыларына ырылдап питбуль килеп сыға. Уны шунда уҡ атып үлтерәләр. Икенсе бүлмәлә тағы бер эт – стаффордшир терьеры табыла. Уны ла атып үлтерәләр. Йорт хужаһы - 24 йәшлек Артем ҡан күләгеүендә ятҡан була. Уны тиҙ генә дауаханаға алып баралар. Бик күп йәрәхәттәр алған ир бер нисә көн реанимацияла ята, тик күп ҡан юғалтыуҙан вафат була.
Ысынбарлыҡта хәлдең нисек булғанын әле полиция асыҡлай. Ә ирҙең күршеләре үҙ фекерен белдергән. Улар әйтеүенсә, ике эт тә уныҡы булған. Хужаны береһе генә талаған, һәм бында Артем үҙе ғәйепле.
"Ул ҡатыны, балаһы менән был фатирға яҙ күскәйне. Фатир Артемға өләсәһенән ҡалды. Шул саҡта уҡ ике эте лә бар ине. Сара исемле стаффты ул үҙе һатып алған, ә Степа исемле питбульды ваҡытлыса ҡарарға тип дуҫы ҡалдыра һәм кире алмай. Артем йыш ҡына эттәрен туҡмай ине, айырыуса Степаны. Уға йыш ҡына, эттәрҙе улай тәрбиәләү дөрөҫ түгел, эштең насар бөтөүе ихтимал, тип иҫкәртәләр ине", – тигән бер күршеһе.
Икенсе күршеһе лә ошондай уҡ фекерҙә.
"Йәй эттәрен йыш күрҙем. Тышта 5-10 минуттан артыҡ йөрөтмәй ине уларҙы. Эттәренең уҫал, агрессив булыуын теләне. Ҡайһы берҙә ошо маҡсатта махсус рәүештә ашатмай ине. Фажиғә булған көндә ул эскән һәм, күрәһең, сираттағы тапҡыр иҫерек килеш питбулен тәрбиәләй башлағандыр. Эттәр иҫеректәрҙе, шулай уҡ үҙҙәренә ҡарата ҡаты мөнәсәбәтте яратмай. Бөтәһен дә йәл – ир ҙә, эттәр ҙә", – тигән ул.
“КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ул көндә, ысынлап та, Артем көйһөҙ булған. Эскән, өйҙә талашҡан. Ҡатыны хатта балаһын алып сығып киткән. Эт ни өсөн ташланғандыр, билдәһеҙ. Күршеләр уның ҡысҡырғанын ишеткән. Артем бер мәл хатта ишеген асып ярҙам һораған, тик тышҡа сыға алмаған. Күршеләре иһә береһе лә килмәгән.
"Йортта ирҙәр күп, тик һис кем сығып ярҙам итмәгән. Таяҡ, шокер менән ҡурҡытырға, одеял менән ҡапларға була ине бит, – ти тағы бер күршеһе. – Ни өсөн икенсе этте атҡандарҙыр? Ул икенсе бүлмәлә бикле булған бит. Артемды табиптар алып киткән саҡта ул ыңғыраша, Сарамды үлтерҙеләр, тип һөйләнә ине. Бик ҡурҡыныс хәл, күптәргә аҡыл булһын: нисек тәрбиәләргә белмәйһең икән, эт аҫрама".
Артемды бөгөн ерләгәндәр. Уның 19 йәшлек ҡатыны һәм йәш ярымлыҡ ҡына ҡыҙы ҡалған. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: