Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 16:33

Һаҡ булығыҙ: боҙло ямғыр!

Республиканың ҡайһы райондарында айырыуса хәүефле буласаҡ?

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республиканың төньяҡ райондарында йәшәгән кешеләрҙе киҫәтә: был яҡҡа боҙло ямғыр килә һәм, уның эҙемтәһе булараҡ, боҙлауыҡ көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 19 ноябрҙә, 20.00 сәғәттән алып 20 ноябрҙең 20.00 сәғәтенә тиклем болотло була. Яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа - ҡар, ҡарлы ямғыр, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -9, -14, көньяҡ-көнсығышта -20 градус, көндөҙ -3, -8 градус һалҡын. Өфөлә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә үҫә. Төндә -10, -12, көндөҙ -4, -6 градус һалҡын. Ошоларҙы иҫәптә тотоп, водителдәргә юлдарҙа һағыраҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Айырыуса, төньяҡ райондарҙа боҙлауыҡты иҫәптә тотоп йөрөргә кәрәк. Фото: iz.ru Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в