Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 17:31

Ҡәбәхәт 11 ҡыҙҙың башына еткән...

Барлыҡ енәйәттәр автомобиль юлы эргәһендәге урманда ҡылынған.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының үткән йылдарҙағы енәйәттәрҙе тикшереү буйынса махсуслашҡан бүлексәһе Свердловск өлкәһенең Новоуральск ҡалаһынан төрмәлә ултырған 45 йәшлек Евгений Петровҡа 11-се кешене үлтереү буйынса ғәйепләү белдерҙе.
2001 йылдың майында тәртип һаҡлау органдарына Дыуан районында 16 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы тураһында мәғлүмәт килә. Ошо уҡ йылдың 7 сентябрендә ҡыҙҙы Дыуан районының Өлкөндө ауылынан (ҡыҙ ошо ауылға барырға йыйынған булған) бер нисә километр алыҫлыҡта урманда көсләнгән һәм үлтерелгән килеш табалар. Ул саҡта енәйәтсенең эҙенә төшә алмайҙар.
Быйыл был енәйәтте асыҡлау буйынса эш яңынан ҡуҙғатыла һәм шаһиттарҙан, тыуғандарынан һорау алына, енәйәт эше материалдары ентекләп өйрәнелә. Ошоға оҡшаш асылған енәйәттәрҙе анализлау һөҙөмтәһендә, тәфтишселәр иғтибарын Свердловск өлкәһе биләмәһендә 1998 – 2003 йылдарҙа көсләү һөҙөмтәһендә үлтереү һәм һөжүм итеүҙәргә бәйле ун енәйәттән торған тарих йәлеп итә.
2005 йылда ҡылған енәйәттәре өсөн был кеше ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителгән. Енәйәт ҡылыу характеры, ҡорбандар һәм енәйәтсенең алымы Башҡортостанда үлтерелгән ҡыҙҙыҡына ла тура килә. Етмәһә, барлыҡ енәйәттәр автомобиль юлы эргәһендәге урманда ҡылынған, ә ул ир йәшәгән урындан бер нисә сәғәтлек юлда булған.
Тәфтиш эше барышында йыйылған дәлилдәрҙең инҡар иткеһеҙ булыуы арҡаһында ғына ул ғәйебен таный.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2001 йылдың 12 майында яуыз үҙенең “ВАЗ-21051” автомобилендә Дыуан районының Мәсәғүт ауылы аша китеп барған була. Ул урындағы автовокзал эргәһендә ҡыҙҙы күргәс, китеп барған еренә алып барырға тәҡдим итә, ҡыҙ ризалаша. Һуңынан ир уны урман һыҙатына алып барып, бысаҡ менән ҡурҡытып көсләй, аҙаҡ иһә быуып үлтерә. Ҡәбәхәт үлгән ҡыҙға тағы ла бер нисә тапҡыр сәнсә, һуңынан бау менән автомобиленә эләктереп, урман эсенә һөрәтеп индереп, шунда ҡалдырып китә.
Әлеге ваҡытта тикшереүҙе тамамлау һәм дәлилдәрҙе нығытыу буйынса эш алып барыла. Тәфтиш эштәре буйынса ғәйепләнеүсене Өфөгә изоляторына алып килгәндәр.
Фото: БР буйынса Тәфтиш идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/b-h-t-11-i-i-bashina-etk-n-542411/
Читайте нас: