Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноября 2020, 16:29
Ҡар тотҡонлоғонда ҡалғандар
Ҡыш килеп тә өлгөрмәне, үҙенең тәүге һынауҙарын ҡуйҙы ла.
Ҡайҙалыр кешеләр йылыһыҙ ҡалды, бәғзе төбәктәрҙә ҡар ныҡ яуып, юлда көрткә батып ултырыусылар ҙа осраны. Ә бына Урал аръяғы райондарында әле ҡар бөтөнләй юҡ тигәндә лә була.
Ял көндәрендә Күгәрсен районында күңелһеҙ хәл теркәлгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ирле-ҡатынлы "УАЗ Патриот" машинаһы менән көрткә батҡан. Ҡарлы урманда уларға ярҙамға ҡотҡарыу хеҙмәте килгәнсе, урындағы ауыл халҡы ярҙамға ташланған. Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәрҙе оло юлға сығарған. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамланған.
Юлдарҙа фажиғәле хәлдәр тик юл-транспорт ваҡиғаһынан ғына түгел, ә һыуыҡ көндәрҙә өшөп-туңыуҙан да булыуы ихтимал. Шуға күрә алыҫ юлға сыҡҡанда йылы кейенергә, башҡа кәрәк-яраҡ алырға кәңәш ителә.
Фото: "Башинформ"дан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ar-tot-onlo-onda-al-andar-546319/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!