Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 12:07

Алты бала атаһы янған йортҡа ташланған...

Хәлһеҙ бабайҙы күтәреп сығарғас, кире инеп, төтөн тулған өй буйлап әбейҙе эҙләй башлай...

Архангел районының Айытмәмбәт ауылында Амур М. оло йәштәге ир менән ҡатынды янғындан ҡотҡарған. Үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, янып торған йортҡа ингән һәм пенсионерҙарҙы сығарған.
"Архангел хәбәрҙәрҙәре" гәзите яҙыуынса, был хәл ноябрь башында була. Янғын соландан сыға һәм тиҙ арала өйҙө ялмай. Ут ҡамауында ҡалған бабай тәҙрәне ватыуын вата, әммә тышҡа сығырға хәле ҡалмай. Быны күреп ҡалған күршеләре Амур М. ярҙамға ташлана. Ул ағас рамдарҙы емереп өйгә инә һәм ҡартты күтәреп, үҙ артынан килеп еткән ауылдаштары ҡулына тапшыра. Артабан төтөн тулған өй буйлап әбейҙе эҙләп таба, был ваҡытта оло кеше иҫһеҙ йығылған була. Өлкәндәрҙе ҡотҡарғас, ҡыйыу ир йортто һүндерешергә лә ярҙам итә.
Ауылдаштары билдәләүенсә, алты бала атаһы Амур үҙен бер ҙә герой тип һанамай. Ә ысынында изге һәм ҡыйыу ғәмәле менән ул үҙ балаларына ғына түгел, һәр кемгә өлгө булып тора.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Alti-bala-ata-i-yan-an-yort-a-tashlan-an-547010/
Читайте нас: