Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров тантананы асып, тәбрикләү телмәре менән сығыш яһаны.
- Район иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Ауылдағы хеҙмәт һәр саҡ яуаплы һәм ауыр булды, нәҡ шуға күрә лә ул айырым хөрмәткә лайыҡ. Һәр кемебеҙ баҫыуҙа йәки эшкәртеү сәнәғәтендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе менән ҡуллана. Һеҙҙең тырышлығығыҙ менән районда йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, малсылыҡ продукцияһы етештерелә. Ағымдағы йылда ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килеүенә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре баҙап ҡалманы. Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт, тиҙәр бит. Барлыҡ агротехник сараларҙы теүәл үтәү, ойошҡанлыҡ, эшсәндәрҙең үҙ шөғөлөнә яуаплы ҡарауы тейешле һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе һәм иген культураларын йыйыу уңышлы тамамланды. Шулай, районыбыҙ игенселәренең тырыш хеҙмәте менән бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар уңышы буйынса республикала беҙ иң яҡшы өс район исемлегенә индек, май культуралары уңышы буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ. Был ҡаҙаныштар – уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Нәҡ һеҙҙең юғары һөнәри оҫталыҡ, үҙ эшегеҙгә бирелгәнлек, данлы традицияларға тоғролоҡ агросәнәғәт комплексында бурыстарҙы уңышлы хәл итеүҙең нигеҙе булып тора. Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, етеш тормош һәм үҫеш теләйем,- тине Әлфир Фәрхәт улы.
Райондағы ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренең эше юғары баһаланды. Район хакимиәте башлығы юғары күрһәткестәре һәм сифатлы эштәре өсөн “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен (директоры Евгений Пожидаев), “Уңыш” һөтсөлөк фермаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен (Илгиз Ханнанов) һәм “Агрострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен (Ирек Кәримов) I, II һәм IIIдәрәжә дипломдар менән бүләкләне.