Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 10:47

Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә?

Каринэ Хәбированың билмән тышы ни өсөн йәшел, һары йәки көрән төҫтә?

Республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты Башҡортостан юлдаш телеканалында телевизион форматта үтте.
“Был билдәле сәбәптәр буйынса шулай эшләнде. Тик проекттың төп функциялары шул килеш ҡала – төбәк халҡына адреслы ярҙам күрһәтеү. Хәҙер белгестәр район һәм ҡалаларға һорау буйынса йөрөйәсәк. Беҙ “мохтажлыҡ пулы” формалаштырҙыҡ, һәм 25 ноябрҙән сыға башлаясаҡтар. Башлыса балалар өсөн табиптар, тар белгестәрҙе һорайҙар. Әле медицина эпидемия менән көрәшкә йүнәлтелгәнлектән, дауаханалар бәләкәй пациенттарҙы һәр ваҡыт ҡабул итә алмай”, – тине Каринэ Хәбирова.
Өс сәғәтлек телемарафонда ҡунаҡтар күп булды: йырсылар Айҙар Ғәлимов, Радик Юлъяҡшин, билдәле диетолог Регина Доктор, педагог Регина Карамова, “Ғаилә” үҙәге директоры Ольга Завьялова, стилистар Сердар Камбаров һәм Айгөл Ғәйнетдинова, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, “Ағиҙел” предприятиеһы генераль директоры Гүзәл Кәримова һ.б.
Марафонда “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты авторы ла ҡатнашты. Каринэ Хәбирова алъяпҡыс тағып билмән ҡамыры эшләп күрһәтте. Уның тышлыҡтары йәшел дә, ҡыҙғылт-һары йәки көрән дә төҫтә булып сыға. Бының өсөн ул шпинат, кишер, сөгөлдөр һуттары һала икән. Шулай итеп, Рәсәй халҡының яратҡан ҡышҡы аш-һыу төрө билмәнде төрлөләндерергә һәм файҙалыраҡ итергә була. Каринэ Владимировна белдереүенсә, уның ғаиләһендә бөтәһе лә билмән ярата, ә тышлығын һәр ваҡыт ире баҫып һәм йәйеп бирә икән. Үҙенең бурысы – фарш әҙерләү. Ә билмән йәбештереү эшенә балалары ла ҡушыла.
Шулай уҡ тура эфирҙа “Заман ҡатын-ҡыҙы” темаһына фекер алышыу ойошторолдо, унда Каринэ Хәбирова, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова ҡатнашты. Видеобәйләнеш аша йырсы Алһыу менән билдәле педиатор Евгений Комаровский ҙа ҡушылды.
"Бер ҡараһаң, әле ҡатын-ҡыҙ бар иғтибарын балаларына һәм иренә бүлеүҙән арына ала торған ваҡыт етте кеүек, тик үҙгәрештәр бик яй бара. Үҙемдең практикамда бик күп ҡатын-ҡыҙҙы беләм: уларҙың ғүмере бала тыуғансы һәм ул тыуғас булған осорға бүленә. Шуны аңларға кәрәк: ошо герой-әсә, әсәлек өсөн үҙеңде ҡорбан итеү өлгөләре – ҡаршылыҡ ул. Ысын бәхет үҙең дә бәхетле булғанда ғына мөмкин. Әгәр һеҙ изге күңелле, йоҡоғоҙ туйған, йылмайып торған әсәй икән, балағыҙ ҙа бәхетле буласаҡ", – тине педиатр.
Дискуссияла ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙ бәхетендә иң мөһиме – үҙеңде был тормошта табыуҙа, үҙең һәм яҡындарың менән гармониялы мөнәсәбәттә булыуҙа тигән фекергә килде.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: