Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 17:47

Ата-әсәһе подгузник артынан киткән...

Олатай менән ейәнсәр янып үлгән.

Башҡортостанда йәнә фажиғә. Республиканың Әлшәй районы Шафран ауылында кисә кис янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар юллана. Асыҡланыуынса, янғын бер ҡатлы бүрәнә йортта сыға. Ут менән 28 кеше һәм 12 берәмек техника көрәшә.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, ауыл кешеләре йорттан 62 йәшлек ир менән биш йәшлек ҡыҙ баланы сығарған була.
- Ир кешенең үлеме янғын урынында уҡ теркәлә. Баланы аңһыҙ килеш дауаханаға алып баралар. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да дауаханала үлә, - тинеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Урынға белгестәр һәм тәүтикшереүселәр сыҡҡан.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡыҙ баланың ата-әсәһе подгузник алыр өсөн магазинға тип кенә киткән була. Был ваҡытта бала олатаһы менән өйҙә ҡала...
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в