Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь 2020, 15:33

Нисек иҫән ҡалғандарҙыр?..

Өфө – Магнитогорск юлының Белорет районы Уҡшуҡ биҫтәһе эргәһендәге участкаһында – ҡот осҡос авария.

Кисә Өфө – Магнитогорск юлының Белорет районы Уҡшуҡ биҫтәһе эргәһендәге участкаһында тағы ла ҡот осҡос авария теркәлде. “Lada Granta” менән “ВАЗ-2112” бәрелешеүе эҙемтәһендә дүрт кеше зыян күрә, “тимер ат”тарҙан бер нәмә лә ҡалмай. Ваҡиға урынына шунда уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, ҡотҡарыусылар, медицина һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килә. Ҡотҡарыусылар автомобилдәрҙә ҡыҫылып ҡалған кешеләрҙе сығарып, “Ашығыс ярҙам” бригадаһына тапшыра. Һуңғараҡ социаль селтәргә был аварияның видеояҙмаһы ла ҡуйылды. Унан күренеүенсә, Магнитогорск йүнәлешендә барған автомобиль ошо видеояҙма төшөрөлгән машинаны шәп итеп уҙып китә һәм, идараны юғалтып, ҡаршы һыҙаттағы траспортҡа бәрелә. “Ҡот осҡос, ниңә уҙырға булған?” 21 йәшлек кенә егеткә бәрелде бит”, – тип яҙған бер ҡатын комментарийҙарҙа, икенсе берәү иһә: “Был кеше ҡыуырға ярата, бына һөҙөмтәһе. Танышым, бик ҡурҡыныс йөрөй, тип һөйләгәйне”, – тип белдерә. Бына шулай кемдеңдер баш-баштаҡлығы сәбәпле икенсе ғәйепһеҙҙәр зыян күрә, ҡорбанға әйләнә. Мәғлүм булыуынса, йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип билдәләнә. Был ҡайғылы дата һәр беребеҙгә юлда һаҡ, иғтибарлы булыу кәрәклеген йәнә бер ҡат иҫкәртә. Ҡағиҙәләрҙе үтәйек, талаптарҙы инҡар итмәйек. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: