Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь 2020, 09:41

Мәйет ағас ботаҡтары менән күмелгән була...

Стәрлетамаҡтан 47 йәшлек енәйәтсе был фажиғәгә бәйле дөрөҫөн һөйләп бирә.

Йәй юғалған 38 йәшлек Ғафури районы кешеһен үлтереүҙә шик аҫтына алынған әҙәмдең кемлеге асыҡланған. Ул элек тә бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған 47 йәшлек ир, Стәрлетамаҡтан. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Быйыл июлдә Ғафури районынан 38 йәшлек ир Стәрлетамаҡҡа эш буйынса китә лә кире әйләнеп ҡайтмай. Туғандары уны эҙләүгә биреп ҡарай, әммә бер ниндәй хәбәр булмай. Ирҙең кәүҙәһен көҙ, сентябрь айында, Стәрлетамаҡтағы автозаправкалау станцияһы янындағы урман һыҙатында табалар. Кәүҙә ағас ботаҡтары менән күмелгән була. Тикшереүселәр уның үлтерелгәнен билдәләй. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Ғәйепле кеше асыҡлана. Ул мәрхүмдең танышы булып сыға, алда әйткәнебеҙсә, бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған. Тәүҙә енәйәтсе тикшереү органдарынан ҡасып йөрөй. Ҡулға эләккәс, ул дөрөҫөн һөйләп бирергә мәжбүр була. Енәйәтсенең һүҙҙәре буйынса, улар алдан килешеү буйынса, кеше һирәк йөрөгән урында осрашҡан. Нимәнелер бүлешә алмағас, 47 йәшлек ир бысаҡ менән икенсеһенә сәнскән, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Фото: Bashinform.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: