Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь 2020, 15:29

"Дуҫымды ғәфү иттем, үпкәләмәйем"

Бындай шаяртыуға бик ныҡ енләнеп, бысаҡ менән ташланған...

Өфөләге Сипайлово биҫтәһендә аяныслы хәл теркәлгән. Уға сәбәпсе 36 йәшлек ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина учреждениеһына эсенә бысаҡ менән сәнселгән 46 йәшлек ир килтерелгән. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр ителгәс, ғәйепле әҙәм ҡулға алынған. Бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был ике “дуҫ” мәжлес ойошторған. Эске мәлендә 46 йәшлеге икенсеһен ниҙер тип шаяртҡан. Ә уныһы бик ныҡ үпкәләгән, ҡулына бысаҡ алған да шешәләшенә ташланған. Хәбәр ителеүенсә, әле зыян күргән кеше – медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында. Яраһы ҡаты булһа ла, ул "дуҫы"н ғәфү иткән, асыу тотмай. Ә уныһына ҡарата енәйәт эше асылған. Эскелектең ҡасан яҡшыға килтергәне бар?.. Фото: time56.ru Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: