Ишекте асыу менән уны һалҡын, сәнскеле ҡараш ҡаршы алды. “Һаумыһығыҙ!” – тине ҡыҙ, йылмайып. Яуап булманы.
Шунда уҡ Айгөлдөң нур сәсеп торған йөҙөн ҡара болот ҡапланы, йөрәген нимәлер өтөп алды.
Был – уның үгәй атаһы. Өйҙә башҡа бер кем дә юҡ. Әсәһе – эштә, туғандары – мәктәптә.
– Әсәйем эштән нисәлә ҡайта икән? – тип һораны ҡыҙ.
– Ниңә килдең, әрәмтамаҡ! Һинең бында кемгә кәрәгең бар! – Ир кеше ашарҙай булып ҡыҙға ҡараны ла йөҙөн гәзит менән ҡапланы.
Айгөл киске аш әҙерләй башланы. Утындарҙы мейескә һалып, шырпы сыймаҡ булғайны, үгәй атаһы тағы екерҙе:
– Урманға барып утын киҫ тә шунан яғырһың. Йүнһеҙ, газға ҡуйһаң, ни була?!
Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре йәшләнде, ашын газ плитәһенә ултыртты ла уйға сумды. “Их, үҙемдең атайым булһа, бындай һүҙҙәрҙе ишетмәҫ инем. Эй, бигерәк бәхетһеҙмен. Шундай ҙа таш бәғерле кеше булыр икән. Үгәй үгәй инде...” Йөрәге әрнеп, һулҡылдап ҡуйғандай булды ҡыҙҙың.
Шул мәлдә ишек асылды ла ҡустыһы күренде. “Апайым ҡайтҡан!” – тип шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе малай. “Ә мин һиңә күстәнәстәр килтерҙем”, – тине апай кеше яуап итеп һәм ҡустыһына кәнфит-перәниктәр һуҙҙы.
– Улым, кил әле, кил яныма. Һөйөп алайым үҙеңде. Ниңә шул эт эргәһендә йөрөйһөң? – тип ҡыҫылды үгәй атай.
Айгөл түҙмәне:
– Ул минең бер туған ҡустым! – тине, асыуын белдереп.
– Һөйләнмә! Телең асыла башланымы? Вон минең өйөмдән! Яҡын юлама минең балаларыма!
Йәнен өшөткөс һүҙҙәр ишетһә лә, Айгөл тешен ҡыҫып түҙҙе, сығып китмәне.
Әсәһе лә эштән ҡайтты. Ҡыҙының кәйефе юҡлығын күргәс, барыһын да аңланы.
– Килдеңме? – тип һорап ҡуйған булды.
Үгәй атай әйткән һүҙҙәр ҡыҙыҡайҙың йөрәген яндыра ине. “Ни өсөн? Ниңә мине күрә алмай? Минең бер тамсы ла ғәйебем юҡ бит”.
Иртәгәһенә Айгөл иртә таңдан кире өләсәһенә йыйынды. Әсәһенең: “Ниңә бөгөн үк китәһең? Иптәштәрең менән бергә барыр инең. Атайыңдың һүҙенә ҡарама, уның екеренеүе бөтмәҫ”, – тиеүе лә уны туҡтатманы. Киреһенсә, нәфрәт кенә уятты.
– Юҡ, әсәй, китәм. Мин бында артыҡ кеше!
Йәл ине уға әсәһе, туғандары, тыуған ауылы менән шулай тиҙ хушлашыуы. Айгөл башын автобус тәҙрәһенә терәне лә моңһоу ҡарашын ауылына төбәне.
– Хуш, ауылым!..
Учалы районы,
Юлдаш ауылы.
Фото:
poembook.ru