Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 22:38

Йүнһеҙ менән юлдаш булһаң...

Уларҙы “башҡорт Боннийы һәм Клайды” тип тә атанылар.

Йыл ярымға һуҙылған енәйәт эше тамамланып, Салауат ҡалаһында “Россельхозбанк” йәмғиәтенән аҡса урлаған Луиза менән Марат хөкөм ителде, хәҙер улар төрмәлә ултыра, әммә Хәйруллиндарҙың банктан 25 миллион һум урлау ваҡиғаһы иң яңғырауыҡлы енәйәт эше булараҡ илебеҙ тарихында урын алды. Был хаҡта кино ла төшөрөрҙәр әле.

Енәйәт эшенең барышы матбуғатта ла даими яҡтыртылды, уларҙы “башҡорт Боннийы һәм Клайды” тип тә атанылар.

Ҡатынын бурыс һаҙлығына батыра...

Енәйәт эше материалдарында күрһәтелеүенсә, Марат Хәйруллиндың финанс-кредит ойошмаларҙа эшләү тәжрибәһе булған. Шуға ла ул, банк һаҡламында ике йыл ревизия булмаясағын белеп, 2017 йылда ҡатынына ошондай енәйәткә барырға тәҡдим итә, Луиза ризалаша. Шулай итеп, ир банк аҡсаһын урлауҙы ойоштора, ә ҡатын башҡарыусы була.

Луиза Хәйруллина 2017 йылдың 30 авгусынан 2019 йылдың 27 майына тиклем даими рәүештә аҡса урлай башлай: 9 025 270 һум, 140 900 доллар, 101 315 евро. Валюта курсын иҫәпкә алып, 2019 йылдың майына урланған аҡса күләме 25 455 862,50 һум тәшкил итә.

Суд барышында ҡатын үҙ ғәйебен таный, әммә күрһәтмәләр биреүҙән баш тарта, шуға күрә лә судта уның тикшереү ваҡытында биргән мәғлүмәттәре менән таныштыралар. Уға ярашлы, Мараттың ҙур бурысы йыйыла, уны ҡаплау өсөн ҡатын үҙенең һаҡлыҡта ятҡан аҡсаһын бирә. Бер аҙҙан Луиза иренең автомобилдәрен дә уйынға һалыуын белеп ҡала. Ир ҡатынынан атаһынан 1,5 миллион һум алыуын һорай, әммә бурысҡа алған аҡсаны кире ҡайтармай. Бер аҙҙан ғаилә Салауат ҡалаһындағы ике бүлмәле фатирҙарын 1,9 миллион һумға һата, аҡсаның бер өлөшө өй ремонтлауға китә, ә ҡалғанын бурыстарҙы ҡаплауға тотоналар.

Тора-бара ҡатын иренә ышанысын юғалта һәм, алимент юллап, Маратты судҡа бирә. Бынан тыш, улар никах килешеүе төҙөй – бөтә милек Луизаға яҙыла. Марат вахтаға йөрөп эшләй, әммә ул тағы ла бурысҡа бата һәм, аҡса һорап, тағы ла ҡатынына шылтырата. Ҡатынының аҡсаһы булмағас, Марат уға банк кассаһынан алырға ҡуша. Теләген үтәмәгән хәлдә иһә ҡайтмаясағын белдереп ҡурҡыта. Луиза, уны йәлләп, тәүҙә кассанан биш мең һум ала. Һуңыраҡ Марат был аҡсаны ҡайтара, ҡатыны аҡсаны кире кассаға һала. Тик был енәйәттең башы ғына булған икән. Ир ҡатынының йомшаҡлығын белгәнгә күрә, уны артабан да файҙалана башлай. Банк һаҡламында аҡсаны иҫәпләү алып барылмай, Луиза даими рәүештә аҡса урлай, тик Марат бер тин дә ҡайтармай башлай. Судта ҡатын бөтә урланған аҡса күләме менән килешмәй, сөнки үҙе лә күпме аҡса үҙләштергәнен онотҡан була.

Ҡасҡан көндә Луиза һаҡламдан киндер тоҡ ала, унда бер миллион һум һәм бер мең евро була. Был аҡсаның бер өлөшөн банк хеҙмәткәренә эш өсөн бирә, ә ҡалғанына “айыу майы һөртә”. Кейенеү бүлмәһендә уларҙы сумкаға һала ла унда алдан әҙерләнгән “ялған” аҡсалар менән бутай. “Табышты” банктан сығарып, ғаиләһе менән машинаға тейәлеп, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китә.

Марат ғәйебен өлөшләтә генә таный

Марат Хәйруллин судта ғәйебен өлөшләтә генә таный, етмәһә, үҙенең эшмәкәрлеген ойоштороусы итеп түгел, ә ҡотортоусы ғына итеп квалифи­кациялауҙы һорай.

Мәғлүм булыуынса, Марат һигеҙ йыл алдан уҡ спортҡа ставка ҡуя башлаған. Был хаҡта ғаиләһенән йәшереп килгән, сөнки ҙур аҡса “һуҡҡан” – йылына ике миллион һум самаһы, килеме етерлек булған. 2017 йылда уйнап ныҡ ҡына отолоп, бурыс һаҙлығына батҡас ҡына ҡатынына әйткән. Бынан алда ла, 2016 йылда уҡ, бурысҡа ингән булған, кредиттар йыйған – “Һаҡлыҡ банкы”нда – 900 мең һум, “МДМ банкы”нда – 250 мең һум, шулай уҡ “Тинькофф-банк”тан – 150 мең һумға, “Һаҡлыҡ банкы”нан 50 мең һумлыҡ кредит картаһы алған. Был аҡсаның 40 процентын – йорт төҙөүгә, ә ҡалған 60 процентын ставкаларға тотонған.

Ҡомарлы уйындың аҙағы насар тамамлана: Мараттың спортҡа һалған ставкалары тора-бара уйынға бәйлелек тыуҙыра. Ир белдереүенсә, отҡан аҡсаны ул кассаға кире ҡайтарған, тик бурыстар уға ҡарағанда тиҙерәк үҫкән. Банктың һаҡламы төбөнә төшкәс, ғаилә, ҡалған аҡсаны алып, барлыҡ сумманы бер юлы урлаған кеүек итеп күрһәтеп ҡаса. Банк вәкиле белдереүенсә, Хәйруллиндар әлегә бер тинде лә кире ҡайтармаған.

Марат биргән күрһәтмәләр буйынса, Луиза банктан тәүҙә – 50 мең һум, икенсе юлы 100 мең һум алып сыҡҡан. Аҙаҡ иһә ул аҙнаһына бер-ике тапҡыр 10 меңдән 100 мең һумға ҡәҙәр урлаша башлай. Банкта ла, ҡатынға ышанып, тик­шермәгәндәр. Луиза һуңғы 100 мең һумды картаға һала, тик был аҡсаны ла Марат электрон янсыҡҡа күсереп, ставкаларға тотона. Ҡалған сумма аҙыҡ-түлеккә, фатир яллауға һәм ставкаларға китә...

Тарих күңелһеҙ тамамлана

Беҙ ҡапсыҡта ятмаған кеүек, һәр ҡылынған енәйәттең дә осо була. Хәйруллиндар ҙа ошондай ҙур енәйәткә барған саҡта был хаҡта уйланманымы икән?! Улар бит үҙҙәрен генә түгел, балаларын да бәхетһеҙ итте.

Хәйруллиндарҙың балалары биргән күрһәтмәләр буйынса түбәндәгеләр асыҡлана: улар полициянан урманда ата-әсәһенең автомобилендә йәшенгән. Бер нисә көндән Ҡазанға киткәндәр, унда ялланған фатирҙарҙа йәшәгәндәр. Телевизор ҡараған саҡта ғына әсәләренең банктан аҡса урлауы хаҡында белеп ҡалғандар.

2019 йылдың июнендә Луиза, туғаны менән “Telegram” аша бәйләнешкә инеп, атаһына “уларҙың бөтәһе лә яҡшы” тип хәбәр иттергән. “Был кем?” тип һорағас: “Тетя”, – тип яуап бирә һәм шуның менән бәйләнеш өҙөлә.

Әле ҡыҙҙарын Луизаның атаһы опекаға алған. Олатай кеше уларҙы ата-әсәһе дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһынан сыҡҡансы ҡараясаҡ.

Мәғлүм булыуынса, 25 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған Хәйрул­линдарҙы Салауат ҡала судында хөкөм иттеләр. Судҡа тиклем үк һаҡ аҫтында ултырған Луиза биш йылға иркенән мәхрүм ителде, ул был ваҡытты дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында уҙғарасаҡ. Өй һағы аҫтында булған Марат алты йылға хөкөм ителде, ул да дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырасаҡ. Ирҙе суд залында ҡулға алдылар. Бынан тыш, Хәйруллиндар ғаиләһенә банктан урлаған аҡсаны ла ҡайтарырға тура киләсәк. Был тиклем бурысты ҡасан түләп бөтөрҙәр икән? Һорау асыҡ килеш ҡала...
Автор: Рәмилә МУСИНА
Фото Башинформ
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: