Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 12:03

Ник илайһың, Хәҙисә?

93 йәшлек Хәҙисә әбейгә тормоштоң ҡыҙығы ҡалманы: һуңғы минуттарынаса яҡындарына бәлә һалмай, үҙ аяҡтарында, үҙ аҡылында йәшәһә ине... Эй! Уйлаһаң – уйылып китерһең... Шунса оҙон ғүмерендә нимә генә күрмәне лә ниҙәр генә үткәрмәне. Һөйләһәң – һүҙ етмәҫ, яҙһаң – китапҡа һыймаҫ. Ярар, нисек йәшәлһә, шулай йәшәлде инде, артҡа күҙ ташлаһа, оялып, ҡыҙарып ултырырлыҡ бер хилаф эш тә эшләмәгән, Аллаға шөкөр.

Алыҫ Үзбәкстан ҡомлоғонда егерме һигеҙ йәшендә генә тол ҡалып, дүрт баланан береһе генә ниндәйҙер мөғжизә менән дизентериянан терелеп, ҡәһәрле һуғыштан һуң биш йыл үткәс кенә тыуған Башҡортостанына, яратҡан ауылына, ғәзиз әсәһенең тупһаһына мең бәлә менән ҡайтып йығылғайны. Рәхмәтле инде яҙмышына: берҙән-бер улын аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп, дүрт ейәнен үҫтереп, хәҙер һигеҙ бүлә-бүләсәһенә һөйөнөп, килен хөрмәтендә йәшәп ята.

Хәҙисә, уҡый-яҙа белмәһә лә, ҡара иҫәпкә шәп ине. Заманында алдынғы тракторсы булып, үҙе йүнәтеп- рәтләп, двигателен хатта күҙен йомоп та йыя алды, шуға улы ла тракторист һөнәрен һайлағандыр инде... Хәҙер шуныһы ғына үкендерә: улын ят ирҙән кәмһеттермәйем тип, йәшлеген ир төҫө күрмәй, яңғыҙы мендәр ҡосаҡлап, һалҡын түшәктә үткәрҙе. Үҙен һоратыусылар ҙа күп булды бит. Йәшкелт-зәңгәр күҙле, һомғол кәүҙәле, тулы күкрәкле, егәрле "йортауай" ҡатын ауылдың йөҙөк ҡашы ине. Яусылап, димләп кенә барған Зиннәтен ғүмергә яратты ла ҡуйҙы, башҡалар уның күңелен яулай алманы, ә хәрби иренән тәүге алышта уҡ "батырҙарса һәләк булды" тигән хәбәре генә килде. Донъяны үҙе көттө, тотто: килене ауыҙына ғына ҡарап торҙо, уның һүҙенән сыҡманы.

Кем белгән Хоҙайҙың шул тиклем ғүмер биререн. Хәҙисә әбей аҙаҡҡы егерме йылында әжәл килеүгә әҙер ине. Тик... Ҡыш етһә, ерҙең ап-аҡ мамыҡҡа төрөнөүен, сатлама һыуыҡтарын, ыжғыр бурандарын күҙәтә лә:

– Әй-й, ошондай, йүнле кеше этен сығармаҫ, көндө ҡәбер ҡаҙыусыларҙы йонсотоп-өшөтөп, үлеп ятып буламы, кит юҡты... Лутсы рәхәтләнеп ейәндәремә башалтай-бейәләй бәйләйем, бирнәләренә мендәр-түшәк әҙерләйем, – тип ҡуя. Йәмле яҙ етһә, күңеле булып, тышта йөрөп инә лә:

– Кит инде, тәбиғәт уянғанда, ағастар япраҡ ярғанда, бөтә донъя йәшеллеккә күмелгәндә, әрүахтар уянғанда, барса ғәм баҡса ултыртҡанда нисек намыҫың етеп ер ҡуйынына кереп ятаһың?! – ти. Йылы, ҡояшлы йәйҙәр етһә, ҡаҙ бәпкәләрен көтөп, тауыҡ себештәрен ашатып инә лә:

– Бынау тиклем көн оҙононда, бөтә әҙәм бесән әҙерләгәндә, еләк-емеш бешкәндә, кешенең эшен ҡалдырып, оялмай үлеп ятмам инде, балаларыма ашарға бешереп булһа ла торормон. Ямғырлы, һалҡын елдәр иҫкән көҙ етһә, утынлыҡтан шыңғырҙап торған ҡоро утын индереп, өйөн йылыта ла:

– Халыҡ баҫыу тулы сөгөлдөрҙө таҙартып оҙата, өйҙә бәрәңгене йыйыштыраһы, малды ҡаршылайһы бар, бер ҡулды биш итәһе урында, бар ғәләмде аптыратып, китеп бармам инде...

Әбей ҡаҙ мамығынан яһалған түшәгендә борһаланып ятты ла тағы бала сағына ҡайтып ураны. Атаһы дүрт улынан һуң тыуған ҡыҙын бигерәк тә яратты, иркәләне, үҙе менән күтәреп алыр ҙа йөрөр ине.

– Минең ҡыҙым ыстоитмы, не стоитмы, кәнишнә ыстоит! – тип, бер ҡунаҡтан ҡалдырманы. Хатта эске мәжлестәрендә лә алдына алып ултырта ла, саҡ ҡына мыжый башлаһа:

– Хәҙисә арыны, баланың йоҡоһо килә, – тип ҡайта ла китә торғайны.

– Ник илайһың Хәҙисә?

– Йығылғайным бит кисә.

– Кисә йығылғанының өсөн

Ник иларға уйланың?

– Кисә илап күрһәтергә,

Һин бит өйҙә булманың, – тип гел мәрәкәләй ине...

Ине, ине... Әбей, сәхәргә тороп, тәһәрәт алып, иртәнге намаҙын уҡыны ла кире ятты. Килене иртәнге сәйгә саҡырғанда, ул балалары, ата-әсәһе менән осрашып, йылмайып ята ине...

Был 31 октябрь, ураҙаның һуңғы көнө – кешеләрҙең эше бөткән, мал-тыуар ҡураға ингән, ҡырпаҡ ҡына ҡар яуған көн ине...

Фото: Т.Роза
Яңылыҡ авторы: Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.
Читайте нас: