Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 15:19

Нәзирә, бирешмә!

Ауыр сиргә дусар бәләкәстең тормошонда мөғжизәгә урын табылды...

Әле йәйен үк Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өс йәшлек Нәзирә исемле бәләкәстең күңелһеҙ яҙмышы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Июндә әсәһе ҡыҙын дауаханаға алып килгән, бала баш ауырытыуынан ныҡ йонсоған. Тикшереү үткәргәс, бәләкәс Нәзирәгә ҡурҡыныс диагноз ҡуйғандар – эпилепсия. Тиҙҙән ҡыҙҙың хәле бөтөнләй хөртәйә башлаған. Һөҙөмтәлә, Нәзирә реанимацияға эләккән һәм уны яһалма кома хәленә индергәндәр.
Табиптар үҙҙәренең был ҡатмарлы хәл алдында көсһөҙ икәнлеген белдергән: хәлен тотороҡло тота алабыҙ, әммә операция яһарға ҡыймайбыҙ, тигәндәр.
Нәзирәнең әсәһе һәм бала яҙмышына битараф булмаған ирекмәндәр операция яһарға ризалашҡан табипты оҙаҡ ваҡыт эҙләһә лә, бығаса был файҙаһыҙ ғәмәл булды.
Баланың хәле көндән-көн насарая барып, мөғжизә көтөргә генә ҡалғайны. Шөкөр, ошо көндәрҙә яҡшы хәбәр килеп етте.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, Нәзирәне Төмән ҡалаһындағы дауаханала ҡабул итергә һәм операция яһарға әҙерҙәр.
“Изгелек йәйғоро” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың ирекмәне Регина Биргулиева әйтеүенсә, Нәзирә әсәһе менән Төмәнгә барып еткән дә инде.
Әлеге ваҡытта ҡыҙға тикшереүҙәр үткәрәләр, унан операция көнө билдәләнәсәк.
Бәләкәс кенә ҡыҙҙың йәшәүенә өмөт өҫтәгән кешеләргә, әлбиттә, рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Нәзирәгә дауа килешһен һәм ул һауығыу юлына баҫһын, тип теләйек.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: