Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 12:27

Икеһенең дә ғаиләләре ҡалған

Социаль селтәрҙәрҙә улар һөйәрҙәр булған тигән бысраҡ һүҙҙәр тарала...

М5 трассаһында Иглин районында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Федераль әһәмиәттәге юлда “Рено Меган” менән “Ман” йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә, еңел автомобилдә ултырған йәштәр урында һәләк була.
Әле был ҡурҡыныс аварияның нескәлектәре һәм йәштәрҙең шәхесе асыҡланды. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә.
Аварияны күргәндәр белдереүенсә, еңел автомобиль водителе тиҙлекте арттырған һәм ошо сәбәпле боҙлауыҡта идараны юғалтҡан. Машина болғанып китә һәм ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. Бында ул ҙур фура аҫтына инеп китә. Бәрелгәндән һуң “Рено” юл ситенә оса, йөк машинаһы ла ситкә сығып ауа.
Бәрелеш ныҡ көслө була, еңел машина тимер өйөмөнә әйләнә. Ҡотҡарыусыларға кәүҙәләрҙе сығарыу өсөн махсус ҡорал менән файҙаланырға тура килә.
Һәләк булған йәштәр икеһе лә Иглин районы кешеләре булып сыға – 22 йәшлек Артур С. һәм 19 йәшлек Юлиә В. 24 йәшлек фура водителе йәрәхәтләнмәй.
Һәләк булған кешеләр йәш кенә булһалар ҙа, икеһенең дә ғаиләләре ҡалған. Артур күптән түгел армиянан ҡайтҡан һәм өйләнгән. Улар ғаиләһе менән яңыраҡ Өфөгә күскән, ә декабрҙә ғаиләлә тәүге бала тыуырға тейеш булған. Тол ҡатыны әле һаман был хәлгә ышана алмай. Тыуасаҡ бала иһә атаһын бер ҡасан да күрмәйәсәк...
19 йәшлек Юлиәнең дә ғаиләһе булған. Уның һөйөклө ире һәм бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Ул ныҡ итеп ғаиләһен яратҡан һәм бар буш ваҡытын уларға бүлгән.
Ә ошо ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә Артур менән Юлиә һөйәрҙәр булған һәм был төндө осрашып ҡайтып килгән тигән хәбәр таралған. Уларҙың туғандарына бындай бысраҡ һүҙҙәрҙе уҡыуы бик ауыр.
– Уйлап сығарылған мәғәнәһеҙ һүҙҙәр. Улар бер ниндәй ҙә һөйәрҙәр түгел, ни бары таныштар ине. Ул төндө Юлиәгә ҡул аҡса кәрәк булды ла, ул танышын банкка алып барыуҙы һораны. Ул ризалашҡан. Кире ҡайтып килгән саҡта Юлиә оҙаҡламай ҡайтып етәм тип смс та ебәргән, – тип һөйләй уның апаһы Анастасия.
Артурҙы ла таныштары тик яҡшы яҡтан хәтергә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабаланыу һәм насар һауа шарттары уларҙың ғүмерен өҙҙө. Иртәгә уларҙы тыуған ауылдарында ерләйәсәктәр.
Беҙ ғаиләләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Кп-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: