Киленебеҙҙе беҙ тәү күреүҙән үк үҙ итеп, уның беҙҙең ғаилә ағзаһы булыуын шатланып ҡабул иттек. Улыбыҙ, ағайыбыҙ, бабайыбыҙ Рәмил Рәүеф улы менән татыу ғүмер кисереүҙәренә 27 йыл да булып киткән. Уларҙың икеһенең дә тырыш, егәрле, донъя көтөүгә бөтмөр булыуҙарына һөйөнмәҫлек түгел. Киленебеҙ һәр эшкә лә оҫта - баҡсаһын да гөлдәй итеп ҡарай, ҡул эшенә тотонһа ла һынатмай, аш-һыуҙы ла телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Уның кешелекле, асыҡ йөҙлө булыуы, олоно-оло, кесене-кесе итә белеүе лә һоҡландыра. Яҡындарыбыҙ ике сәскәләй ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә бирҙеләр. Лилиә юрист һөнәрен алып, эшләп йөрөй, Алһыу Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 11 классында белем ала.
Киленебеҙ, еңгәбеҙ ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын – матур юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙҙе ҡотлап, иң изге, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тормош йомғағын әлегеләй бәхет менән генә тәгәрәһен, тормош иптәшең Рәмил Рәүеф улы менән иңгә-иң терәшеп, бар уйлаған матур уй-маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырып, ғүмер үрҙәрен артылығыҙ ҙа, артылығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙың бәхеттәре, шатлыҡ-ҡыуаныстары тормошоғоҙға йәм өҫтәһен, күңелегеҙ әлегеләй изгелеккә бай булһын. Иң мөһиме сәләмәт булығыҙ, тән сихәте, йән тыныслығы ташламаһын. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Рәүеф, әсәйегеҙ Нурия туғандарығыҙ Нурсилә, Ләйлә, Руслан, Ренат һәм Реанна.